Билдәле булыуынса, республикала “Минең кесе ватаным – Атайсал” төбәк муниципаль форумдары үтте. Бөгөн Баймаҡ ҡалаһында проекттың һуңғы - алтынсы зона форумы тамамланды. Күләмле сарала Баймаҡ, Сибай, Белорет, Учалы, Межгорье ҡалалары, Баймаҡ, Әбйәлил, Белорет, Учалы, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла райондары вәкилдәре ҡатнашты. Форум сиктәрендә, бер нисә урында төрлө майҙансыҡтар эшләне. Мәҫәлән, "Биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү" секцияһында район һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары, "Атайсал" проектында ҡатнашыусылар, шәхси эшҡыуарҙар, фермерҙар ҡатнашты. «Көслө идеялар - файҙалы ҡарарҙар» эшлекле уйыны формаһында үткән фекер алышыуҙа БР Стратегик асыштар үҙәге коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы директоры кәңәшсеһе Урал Ибраһимов етәкселегендә ауыл халҡының тормошон нисек яҡшыртырға, бюджеттан тыш финанслау сығанаҡтарын табырға, торлаҡ шарттарын яҡшыртырға, халыҡтың килемен арттырырға тигән кеүек һорауҙарға яуап табырға тырыштылар. "Медиакиңлекте үҫтереү" буйынса ойошторолған "т