Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева социаль селтәрҙәге битендә бер осраҡлы хәлдең ғүмерҙе һаҡлап ҡалыуы хаҡында һөйләгән. Үҙәк белгестәре үҙен шап-шаҡтай тойған 37 йәшлек ирҙең ғүмерен һаҡлап алып ҡалған. Ир эшкә урынлашыу өсөн медицина тикшереүен үтеп йөрөгән. Сәләмәт тормош менән йәшәгән, профессияһын алыштырыуҙы планлаштырған ир йөрәгенә бер ҡасан зарланмаған. Тик урындағы поликлиника табиптары уның аортаһы киңәйеүен диагностикалап, кардиология үҙәгенә өҫтәмә тикшеренеү үтергә ебәргәс, ҡорған пландар селпәрәмә килә. Кардиолог эргәһендә ултырғанда, егет 2022 йылда күкрәк тәңгәлендә яндырғыс ауыртыу тойоуын, әммә үтеп китеү менән уны онотоуын иҫкә төшөрә. Эхокардиограмма һәм компьютер томографияһы ҡатланыу билдәләре булған 12 сантиметрлыҡ аневризма барлығын күрһәтә. Өҫтәүенә аневризма йөрәкте һәм уның эргәһендәге ағзаларҙы ҡыҫа. Иң ҙур хәүефе шунда – уның ҡатлауланыуы һәм йыртылыуы эске ҡан ағыуына килтереүе һәм кешенең бик тиҙ үлеүенә сәбәпсе булыуы ихтимал.