Өфөлә “Яңы осор өсөн көслө идеялар” форумының төбәк форумы бара. 18 апрелдә 10.00 сәғәттә “Киләсәк фабрикаһы” инновацион эшҡыуарлыҡ йортонда форумға ярашлы идеяларҙы өйрәнеү буйынса сессия үткәрелә. Ойоштороусылары: Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы һәм “Минең бизнес” үҙәге. Форумда һәр кем ҡатнаша һәм идеяһын тәҡдим итә ала. Сараның төп бурысы – илдең үҫешенә әһәмиәтле өлөш индерергә һәм 2030 йылға тиклем милли үҫеш маҡсаттарына ирешеүгә ярҙам итергә һәләтле идеялар эҙләү. Заявкалар 2023 йылдың 26 апреленә тиклем дауам итә: https://идея.росконгресс.рф. Авторҙар һорауҙары менән республика ойоштороу комитетына мөрәжәғәт итә ала: Silnye_idei@bashkortostan.ru. Бурыс – 1000 идея туплау. Идеялар алты тематик йүнәлеш буйынса ҡабул ителә, шул иҫәптән “Эшҡыуарлыҡ” буйынса. – Быйыл бизнес вәкилдәренән мөмкин тиклем күберәк яңы ҡыҙыҡлы проекттар көтәбеҙ һәм уларҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итәсәкбеҙ. Эшҡыуарҙар тәҡдим иткән идеяларҙың һөҙөмтәлә республикаға һәм илгә файҙа килтерәсә