Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Уртаса ғүмер оҙайлығы – 73,1 йыл

Һаулыҡ һаҡлау тармағы, ауырлыҡтарға ҡарамай, яңы шарттарға яраҡлашыуын, үҫешеүен дауам итә. Яңы ғына электрон медицина документтар әйләнешенә күсеү беҙҙең өсөн хыял ғына булып тойолһа, ул хәҙер ысынбарлыҡ, табиптарҙың эшен еңеләйтеүгә , пациенттарҙың дауалау сифатын арттырыуға йүнәлтелгән проект федераль кимәлдә лидерҙар рәтенә сыҡты. Киләсәктә медицина ойошмаларының федераль учреждениелар менән электрон бәйләнешен булдырыу, йүнәлтмәләрҙе медик-социаль экспертизаға тапшырыу, тыуыу һәм вафат булыу тураһында медицина танытмаларын электрон рәүештә ЗАГС-тарға ебәреү буйынса пилот проекттарын тормошҡа ашырыу ҡарала. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында һәм пациенттың “Минең һаулығым” шәхси кабинетында табипҡа яҙылырға, өйгә саҡыртырға, вакцина яһатыуға яҙылырға, сертификат алырға, үҙеңдең электрон медицина документтары менән танышырға, мотлаҡ медицина страховкаһы полисы тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин. Бер һүҙ менән әйткәндә, тармаҡты һанлаштырыуҙың киләсәге ҙур, яһалма интеллектты файҙаланып, диагностика технологияларын индереү, пациенттарҙың сәләмәтлеген дистанцияла тикшереү ҙә тау аръяғында түгел. Һанлы технологиялар ашығыс ярҙам кәрәккәндә пациенттың сәләмәтлегенә ситтән тороп мониторинг үткәрергә, ашығыс һәм кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк. Кеше ҡайҙа ғына йәшәмәһен, меңәрләгән халыҡ тупланған Сибайҙа йә Стәрлетамаҡтамы, йә булмаһа, халҡы йөҙҙән дә артмаған төпкөлдәме, табип медицина ярҙамы күрһәткәндә уның электрон медицина картаһын күрә, диагнозы, ниндәй тикшеренеүҙәр үтеүе менән таныша ала. Был зштәрҙең барыһыла өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе – халыҡ һаулығын һаҡлау һәм нығытыуға, шулай уҡ ғүмер оҙайлығын арттырыуға йүнәлтелгән. Росстат мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә көтөлгән ғүмер оҙайлығы уртаса Рәсәй күрһәткесен уҙып, 73,1 йыл тәшкил итте. Республика Хөкүмәте медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу, сифатын яҡшыртыу, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу, медицина кадрҙары менән тәьмин итеү буйынса ҙур эш алып бара. – Һаулыҡ һаҡлау үҫешенә 104 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнлтелде. Һуңғы өс йылда 11 эре медицина объекты төҙөлдө. Ошо иҫәптә – дүрт йоғошло ауырыуҙар госпитале. Пандемия осоронда улар медицина ярҙамына ихтыяжды тулыһынса үтәне. 43 меңдән ашыу кеше һауыҡтырылды. Ошо ҡоро статистика артында кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған аныҡ белгестәр тора,–– тип, Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров ултырыштарҙың береһендә ғүмер оҙайлығын арттырыу буйынса башҡарылған эштәр менән таныштырҙы. 2022 йылда халыҡ араһында үлем осраҡтары кәмегән. 2021 йыл менән сағыштырғанда вафат булғандар һаны 17 550 кешегә йәғни 26,4 процентҡа түбәнәйгән. Сабыйҙар үлеме күрһәткесе 25,3 процентҡа кәмеп, бер мең кешегә 4,2 тәшкил иткән. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, тармаҡтың төп йүнәлеше – тәүге медицина-санитар ярҙамын камиллаштырыу.Сирҙәрҙе иҫкәртеү сараларының береһе – медицина тикшереүҙәре һәм диспансерлаштырыу үткәреү. Былтыр 1 285 387 кеше табиптар тарафынан ҡабул ителгән. Тәрәнтен диспансерлаштырыуҙы 359 меңдән ашыу пациент үткән. Былтыр “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу иң ҙур бурыстарҙың береһе булды. Уны финанслауҙың дөйөм күләме 7,98 миллиард һум тәшкил итте. – 17,5 миллиард һумдан ашыуға медицина ҡорамалы һатып алынды. Медицина автопаркы 299 берәмек санитар автотранспорт менән тулыландырылып, өстән бер өлөшөн яңыртты. Өс йыл эсендә республикала 258 фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм табиплыҡ амбулаторияһы файҙаланыуға тапшырылды. Хәҙер беҙҙә ике меңдән ашыу ФАП бар, был – илебеҙҙәге иң эре селтәрҙәрҙең береһе, – тине Андрей Назаров. Республикала халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүҙең өс кимәлдәге системаһы эшләй, йәшәү урынындағы медицина ярҙамынан алып, юғары технологиялы республика һәм федераль үҙәктәрҙәге медицина ярҙамына тиклем. Был эштәрҙең барыһы ла артабан халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға һәм ғүмер оҙайлығын арттырыуға ярҙам итер, тигән ниәттәбеҙ. Фото: Easy Week.ru