Беренсе тапҡыр Өфөлә сурдлимпиясыларҙың “Беҙ бергә. Спорт” йәйге уйындары үткәрелә. Был – сағыу халыҡ-ара спорт сараһы. Уның республикабыҙҙа үткәрелеүе – үҙе ҙур мәртәбә. 23 июлдә – 2 августа, туғыҙ көн буйына, Рәсәй һәм дуҫ илдәр спортсылары һаңғырауҙар спортының 21 дисциплинаһында миҙалдар өсөн көс алышасаҡ. Был ҙур спорт сараһын лайыҡлы үткәреү механизмын күп нәмәләр тәшкил итә. Уларҙың береһе – ирекмәндәр яҙамы. Уйындарҙы үткәреү өсөн ирекмәндәрҙе әҙерләү мөһим. Унда ҡатнашыусыларҙың береһе – Шевнина Ольга Вячеславовна. Ул – Бөтә Рәсәй Һаңғырауҙар йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса бүлексәһенеәң беренсе ҡатын-ҡыҙ рәйесе, Рәсәйҙең хоккей буйынса атҡаҙанған тренеры Вячеслав Шевниндың ҡыҙы. Уның командаһы ярыштарҙы әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша. Түбәндәге платформала сурдлимпиясыларҙың “Беҙ бергә. Спорт” йәйге уйындарында ирекмән булып теркәлергә мөмкин: Добро.ру: https://dobro.ru/event/10314495 Фото: freepng.ru