Сәстем бойҙай, бирһен Хоҙай, бер бойҙайҙан – мең бойҙай! Халҡыбыҙҙың хеҙмәт менән бәйле боронғо йолаларынан сәсеү эше менән бәйле байрамы ла бар. Борон һөрөлгән ерҙе ҡотлап, уңыш теләп, бураҙна буйынан йомортҡа тәгәрәтер булғандар. Йәнәһе, иген йомортҡа кеүек тос булһын. Уны бала-саға, ололар йыйып алып ашағас, матур теләктәр теләгәндәр. Быйыл яҙ иртә килеүгә бәйле күп кенә райондарҙа сәсеү эше башланды ла инде. Илеш районының “Игенсе” крәҫтиән-фермер хужалығы ла сәсеүгә төшкән. Улар бойҙай, арпа һәм борсаҡ сәсә. Алтмыш арба арыш бир. Етмеш арба етен бир. Туҡһан арба тары бир. Асҡа ла бир, туҡҡа ла бир, – тип эштәренә ҡеүәт өҫтәп, матур теләктәр теләйек. Р. Хәҙимуллин фото һәм видеоһы
Сәстем бойҙай, бирһен Хоҙай, бер бойҙайҙан – мең бойҙай!
14 апреля 202314 апр 2023
~1 мин