Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Республика йортонда Инвестиция комитетының “Инвестсәғәт” форматында кәңәшмәһен үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар сәнәғәт, сауҙа, ауыл хужалығы һәм туризм-рекреация өлкәләрендәге проекттарҙы ҡараны. “Agropro” төрөк компанияһы инвестиция проектын презентацияланы. Уға ярашлы, төбәктә иген һаҡлау урындары, орлоҡто таҙартыу һәм киптереү, шулай уҡ он һәм ярма сығарыу өсөн ауыл хужалығы ҡорамалдарын етештереү буйынса завод төҙөү планлаштырыла. Андрей Назаров республиканың иген һаҡлау урындарына ҡытлыҡтың барлығы һөҙөмтәһендә проекттың маҡсатлы икәнлеген билдәләне. Сираттағы проектты “ЛУКОЙЛ-Уралнефтепродукт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тәҡдим итте. Уға ярашлы, Иглин районында АЗС селтәрен киңәйтеү планлаштырыла. “Экосалат” компанияһы ҙур ауыл хужалығы предприятиеһын төҙөү башланғысы менән сығыш яһаны. Нуриман районында асыҡ ерҙә йәшелсә үҫтереү, һаҡлау, эшкәртеү һәм фасовкалау буйынса комплексты ойоштороу планлаштырыла. “Изба” компанияһы “Инвестсәғәт”тә Өфөнөң Дим районында мультифункциональ сауҙа объектын төҙөү проектын тәҡдим итте. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры ведомстволар етәкселәре менән берлектә тәҡдим ителгән проектты хупланы һәм “Изба” йәмғиәте идарасыһы Павел Антипинға уны тормошҡа ашырыуҙа уңыштар теләне. “Союз” компанияһы вәкилдәре баш ҡаланың Калинин районында сауҙа үҙәген ойоштороу тураһында һөйләне. Эшҡыуарҙар объектҡа 224 миллион һум йәлеп итмәксе. “Инвестсәғәт”тә ҡатнашыусылар тәҡдим ителгән башланғыстарҙы хупланы. Муниципалитеттар хакимиәттәренә һәм профилле министрлыҡтарға кәрәкле ер участкаларын һәм инвесторҙарға ташламаларҙы ҡулланыу менән бәйле мәсьәләләрҙе контролгә алырға ҡушылды. Фото, сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/20687/