Нуриман районының Яңы Күл ауыл мәҙәниәт йортоноң “Күлдәр иле” башҡорт халыҡ фольклор коллективы “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” тигән хәйриә концерты ҡуйған. Уны махсус хәрби операция зонаһында илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлаған яугирҙәребеҙгә ярҙам йөҙөнән ойошторғандар. Йыр, бейеү, фольклор номерҙарының һәр береһе тыуған ергә һөйөү, ватансылыҡ тойғоһо менән һуғарылған. Йыйылған аҡсаны нуримандар яҡташ һалдаттарына ярҙам итеп күсергән. – Әлеге мәлдә яу яланында булған ир-егеттәребеҙгә үҙебеҙҙең хәстәрлекте, улар тураһында онотмауыбыҙҙы ошо рәүешле итеп булһа ла белдерергә теләнек. Ярҙам ойоштороуҙан ситтә ҡалмайбыҙ. Халыҡ та, концертҡа килдеме-килмәнеме, уныһына ҡарамай, аҡсаһын күсерҙе. Бөтәбеҙ ҙә күңелебеҙ менән яугирҙәребеҙ эргәһендә”, – ти “Күлдәр иле”нең әүҙем ағзаһы, ауылдың модель китапханаһының баш китапханасыһы Гөлсирә Бикбаева. Әйткәндәй, ансамблдең ойошторолоуына март айында ике тиҫтә йыл булып киткән. Коллективтың етәксеһе – Хәлим Хәлилов. Афарин, нуримандар, “Күлдәр иле”, гел шулай берҙәм булығыҙ! Фотолар: “Күлдәр иле”нән.