“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын яҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 18, 25, 27 апрелдә республика эшҡыуарҙары өсөн онлайн марафон үтә. Бизнесты диагностикалауға арналған бушлай белем биреү проекты “Минең бизнесым” үҙәге тарафынан башҡарыла. Шулай уҡ Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы тарафынан ярҙам күрһәтелә. - Беҙ эшҡыуарҙарҙы уҡытыуға ҙур иғтибар бирәбеҙ. Бушлай түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре һәм семинарҙар үткәрәбеҙ, уларҙа бизнес вәкилдәре үҙҙәренең эшмәкәрлеген алып барыу буйынса белемен, оҫталығын арттыра. Алған белемдәре команда менән һөҙөмтәле идара итеү, бизнесты үҫтереү өсөн дә файҙалы, - тине Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.