Башҡортостандағы тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек ҡатмарлыҡтарына осраған эшҡыуарҙар Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы ҡарамағындағы Тышҡы сауҙа буйынса үҙәге Ситуациялар үҙәгендә бушлай консультация алыу мөмкинлегенә эйә. Был хаҡта Өфөлә үткәрелгән “Made in Bashkortostan” экспортҡа сығарыуслар клубының VII кәңәшмәһендә билдәле булды. Был сараны Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге министрлығы Рәсәй экспорт үҙәгенең респрубликалағы Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге һәм Рәсәй экспорт үҙәгенең Өфөләге вәкиллеге менән берлектә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторғайны. - Рәсәй экспорт үҙәге булышлығында Экспортҡа сығарыусылар клубының етенсе кәңәшмәһен үткәрҙек. Эшҡыуарҙарҙы борсоған геосәйәси шарттарҙа экспорт үҫеше тураһындағы темалар тураһында һөйләшеүҙәр булды. Бигерәк тә Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы ҡарамағындағы Ситуациялар үҙәге ҡыҙыҡһыныу уятты, - тип белдерҙе республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. - Ситуациялар үҙәге былтыр сентябрҙән үҙ эшмәкәрлеген алып бара. Был ваҡыт эсендә Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы ҡарамағындағы Тышҡы сауҙа буйынса үҙәгенән коллегалар тотош илдәге экспортҡа сығарыусыларҙан килгән ҡаризалар нигеҙендә етерлек тәжрибә туплаған, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев. Сарала ҡатнашыусылар яңы шарттарҙа экспортҡа ярҙам итеү, дуҫ илдәр менән етештереү кооперацияһының яңы мөмкинлектәре, Ҡытай менән Рәсәй араһында етештереү кооперацияһы һәм башҡалар тураһында һөйләште, тип хәбәр итте республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Фото, сығанаҡ: pravitelstvorb.ru