Күреү һәләте түбән, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар өсөн тактиль китаптар сығарыу буйынса иң яҡшы алымдарҙы асыҡлау маҡсатында “Бергә уҡыйбыҙ. Балаларға – тактиль китаптар” республика конкурсы үткәрелә. Ул ҡулдан ошондай китап эшләгән оҫтаны асыҡлауға йүнәлтелә. Конкурста Башҡортостандағы китапханалар, балалар уҡытыу һәм тәрбиәләү менән бәйле башҡа төр урындарҙа, ижади берләшмәләрҙә эшләгән белгестәр, инициативалы төркөмдәр һәм айырым кешеләр ҡатнаша ала. Сара 20 апрелдән 26 майға ҡәҙәр үткәрелә. Конкурс һөҙөмтәләре 26-28 майҙа үткәреләсәк “Китап-байрам” йәрминкәһендә иғлан ителеп, еңеүселәр ҙә шунда бүләкләнә. Сараны Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы булышлығында М. Төхвәтшин исемендәге Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһы ойоштора. Конкурстың шарттары менән тулыраҡ brsbs.ru/ru/konkurs/respublikanskiy-konkurs-chitaem-vmeste-taktilnye-knigi-detyam/30837 һылтанмаһы буйынса инеп танышырға мөмкин. Фото: culture.bashkortostan.ru