Республика Хөкүмәте Рәсәйҙең экология операторы менән объекттар булдырыуға концессион килешеүҙәр төҙөнө, тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Комплекстарҙы файҙаланыуға тапшырыу 2025 йыл аҙағына тиклем планлаштырыла. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙең экология операторы уны булдырыуға 3,9 миллиард һум аҡса һалырға әҙер, ә инвестицияларҙың дөйөм суммаһы 4,3 миллиард һум тәшкил итәсәк. “4,3 миллиард һумға ике килешеү төҙөлдө. Уның сиктәрендә Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса ике комплекслы объект төҙөләсәк. Объекттарҙың дөйөм ҡеүәте йылына 205 мең тонна тәшкил итә, үтилләштереү – йылына 73 мең тонна”, - тип билдәләне Рәсәйҙең экология операторының генераль директоры Денис Буцаев. Сүп-сар эшкәртеү комплекстары Краснокама һәм Дүртөйлө райондарында төҙөләсәк. “Комплекс объекттарының файҙаланыуға тапшырылыуы 2-се төбәк операторы эшмәкәрлеге зонаһында полигондарҙың артыҡ тулыу проблемаһын бөтөрөргә ярҙам итәсәк. Шулай уҡ сүп-сарҙы тулыһынса сортировкалау полигондарҙағы ҡалдыҡ күләмен ике тапҡыр кәметеүгә булышлыҡ итә”, - Премьер-министр Андрей Назаров. “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) ил Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла. Ул күмергә тейешле ҡалдыҡтар өлөшөн кәметеүгә, икенсел сеймалды эшкәртеү күләмен арттырыуға йүнәлтелгән. Фото: bash.news