Ишембай ҡалаһында "Мәғариф" милли проектының "Социаль әүҙемлек" төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә сәләмәт йәшәү рәүеше өсөн акция үтте. Бөгөн сәләмәт йәшәү рәүеше – заман талабы. Сәләмәт булыу модала һәм абруйлы булып китте. Был проблеманы хәл итеүҙә заманса ҡараш төрлө насар бәйлелектәр төрҙәре мәсьәләләрендә әүҙем белем биреү, сәләмәтлек өсөн хәүефһеҙ тәртипкә өйрәтеү менән бер рәттән сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау барасағы хаҡында һөйләй. Мәҫәлән, "Ишембайҙың изге йөрәктәре" үҙәге ирекмәндәре "Атмосфера" йәштәр үҙәге уҡытыусылары менән берлектә наркоманияны иҫкәртеү буйынса буклеттар таратып, "Беҙ наркотиктарға ҡаршы" урам акцияһын үткәргән. Ирекмәндәр ҡала халҡын имен тормош һайларға, үҙҙәренең һаулығын һаҡларға, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға саҡырған. Кешеләр акцияны бик дәртләнеп ҡабул иткән һәм был эштә йәштәрҙе хуплаған. Халыҡ үҙенең ҡалаһы киләсәге хаҡында борсола, һәм был темаға битарафлыҡ күрһәтмәгән, сөнки наркотиктарға ҡаршы көрәш полицияның ғына түгел, ә һәр ҡайһыбыҙҙың эше. Акциялар йыл һайын ойошторола һәм теләге булған һәр кеше уларҙа ҡатнаша ала. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Ишембай ҡалаһы хакимиәте.