Зөлфирә Фәрхетдинованы заманында башҡорт опера сәнғәтенең алтын тауышлы йырсыһы тип атайҙар. Һигеҙ тиҫтәгә тиң бай ижади ғүмер кисергән йырсы бөгөн дә сәнғәт донъяһына хеҙмәт итеүҙән туҡтамай, әленән-әле һоҡланғыс йырҙар, клиптар яҙҙырып, тамашасыһы хөкөмөнә сығарып тора. Тәбиғәт тарафынан бирелгән талантын ҙур бейеклектәргә күтәреп, эшһөйәрлеге, һоҡланғыс ижады менән халҡыбыҙҙы һәм сәнғәтебеҙҙе Рәсәй генә түгел, донъя кимәлендә танытҡан йырсы ул. – Зөлфирә Әғләм ҡыҙы, ҙур сәхнәгә илткән һуҡмағығыҙ нисек башланды? Ябай ауыл ҡыҙының опера сәнғәтенә юлы ҡайҙан инеш алды? – Үҙемде белә-белгәндән йырлайым. Алты йәшемдә атайым район үҙәгенә барғанында сәскәле генә биҙрәләр алып ҡайтып биргәйне. Бәләкәй генә көйәнтәмә шуларҙы элеп, шишмәнән һыу ташырға әүәҫләнеп алдым. Үҙем бер туҡтауһыҙ көйләп йөрөйөм. Тыуған ауылым Маты янында шишмәләр бик күп. Һыуға барған һайын шуларҙың сылтырап ҡына ағыуына, таллыҡта һайраған һандуғастар моңона һоҡланам. Ошо матурлыҡтан күңелемдә ниндәйҙер моң ярала, һәм уны эсемдә тыйып тота алмай, йырлап ебәрәм. Әйткәндәй, “Маты” һүҙе ғәйнә башҡорттары телендә “шишмә сыҡҡан урын” тигәнде аңлата. – Бала саҡҡа бәйле тағы ниндәй хәтирәләр һаҡлана күңелегеҙҙә? – Күмәк балалы ғаиләлә, ун баланан етәүебеҙ үҫеп буй еткерҙек. Атай-әсәйебеҙ беҙгә бер ваҡытта ла шулай эшләгеҙ, былай эшләгеҙ тип өйрәтеп ултырманы. Үҙ миҫалында, үҙ үрнәгендә тәрбиәләне. Әсәйем Ғәйнитаб иҫ киткес күркәм холоҡло, тыйнаҡ кеше булды. Ә атайыбыҙ Әғләм алдынғы ҡарашлы, зирәк зиһенле ине. Бер ҡайҙа уҡымаһа ла, техниканы яҡшы белде. Теген машинаһында ябай кейем-һалым ғына түгел, толоп, тундар ҙа тегә торғайны. Үҫеп етеп, үҙаллы тормош башлаған һәр балаһына ҡайҙандыр табып, етмәгән өлөшөн үҙе йыйып, теген машинаһы йүнләп бирҙе. Колхоз рәйесе машинаһын гел атайымдан ҡаратып, йүнәттереп алыр ине. Ауылыбыҙға радио килеп еткәс, атайымды радиоселтәр өсөн яуаплы итеп ҡуйҙылар. Ул гел генә мине лә эйәртә. Алданыраҡ барабыҙ ҙа, Өфө тапшырыуҙары башланғансы, атайым мине йырлата... – Йырсы булыу теләге, профессиональ сәнғәткә илтер юлдың башы шул мәлдәрҙә яралдымы икән? – Бәлки, шулайҙыр ҙа. Мәктәпкә барғас, байрамдарҙа йырланым, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгенә ихлас йөрөнөм. Унынсыны тамамлағас, йырсы булыу теләге менән Өфөгә килеп, музыкаль педагогия училищеһына уҡырға индем. Вокал буйынса тәүге уҡытыусым – билдәле йырсы Рәйсә Ғәлимуллина. Нисек дөрөҫ йырларға кәрәклеген тәүләп унан өйрәндем. Шулай уңышлы ғына беренсе курсты тамамлап йөрөгән саҡ. Бер ваҡыт мине училищела дөйөм фәндәрҙең береһенән уҡытҡан йырсы Рамаҙан ағай Йәнбәков туҡтатты ла: “Һылыу, Мәҙәниәт министрлығына Мәскәүҙән уҡытыусылар килгән. Талантлы йәштәрҙе йыйып, уҡырға алып китәләр. Шунда бәхетеңде һынап ҡара әле”, – тине. Рамаҙан ағайҙың кәңәшен тотоп барҙым һәм, йырлағанымды тыңлағас, мине уҡырға алдылар. Шулай итеп, Мәскәүҙең Гнесиндар исемендәге Дәүләт музыкаль педагогия институты студенты булып киттем. Шул саҡтағы кәңәше өсөн Рамаҙан ағайға ғүмер буйы рәхмәтлемен. Шулай уҡ Мәскәүҙәге уҡытыусым Александра Тимофеевна Москаленконы һәр ваҡыт оло хөрмәт тойғоһо менән иҫкә алам. Миңә, күмәк балалы ғаиләнән сыҡҡан ауыл ҡыҙына, баш ҡалала уҡыу еңел булманы. Башҡалар янында кәм-хур булып күренмәҫ өсөн матур итеп кейенге лә килә. Данлыҡлы Ҙур театрҙың костюмдар цехына эшкә төштөм, шунда уҡ лифтер ҙа булдым. Уҡыуҙан һуң тиҙ генә дәрестәрҙе әҙерләйем дә театрға йүгерәм. Ә унда айырым бер мөғжизәле донъя! Күптәр хыял иткән Ҙур театрҙа көн һайын тиерлек опера йә балет ҡарайым, сәхнәлә барған күп кенә операларҙағы партияларҙы ятлап алдым. Театрҙағы илаһи мөхиткә, сәхнәгә ҡарата һөйөү тап шул мәлдәрҙә уянғандыр, тип уйлайым. – Хеҙмәт юлығыҙҙы тыуған төйәктә башланығыҙмы? – Эйе, Өфөгә ҡайтып, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эш башланым. Дәртләнеп, һөнәремде яратып башҡарҙым. Тормош юлымда гел яҡшы кешеләр осрап торҙо. Минең уңыштарымда, хыялыма ирешеүемдә, һис шикһеҙ, уларҙың да өлөшө ҙур. Мәғәфүр Хисмәтуллин, Баныу Вәлиева кеүек оло быуындың мәшһүр йырсылары менән бер сәхнәлә йырлауҙы яҙмыштың бүләге тип ҡабул иттем. Артабанғы ижад юлым замандаштарым Нәзир Әбдеев, Салауат Асҡаров, Раил Кучуков, Ринат Башаров, Сажиҙә Ғәлимова, Ләлә Әхмәтйәнова кеүек талантлы йырсылар менән бергә үтте. Бер-беребеҙ менән аңлашып, ихлас аралашып, ярҙамлашып, матур эшләнек. Ғөмүмән, опера һәм балет театрында эшләгән осором – тормошомдоң иң аҫыл, емешле йылдары ул. Утыҙ йылдан ашыу театрҙың төп солисткаларының береһе булдым, Рәсәйҙең барлыҡ ҙур ҡалаларында, сит ил сәхнәләрендә – Швеция, Финляндия, Германия, Польша, Венгрия, Болгария һәм башҡа илдәрҙә сығыш яһаным. Ижадым бәхетле булды, тип әйтә алам. – Яратып башҡарған ролдәрегеҙҙе лә атап үтһәгеҙ ине. – Ролдәремдең һәр береһе күңелемдә һаҡлана. Айырыуса яратып башҡарған партияларым да бихисап. Бизеның “Ынйы эҙләүселәр” операһында – Ләйлә, Вердиҙың “Травиата”һында – Виолетта, “Риголетто”ла – Джильда, Заһир Исмәғилевтең “Салауат”ында – Әминә, “Ҡоҙаса”ла – Наза, Хөсәйен Әхмәтовтың “Замандаштар”ында – Бибинур, “Нәркәс”ендә Нәркәс партияларын күңел һалып, яратып башҡарҙым. Хөсәйен Фәйзулла улы кеүек бөйөк талант эйәһе менән тығыҙ бәйләнештә эшләүем дә – яҙмыш бүләге. Ул минең тауышымды үҙ итә ине. Данлыҡлы композиторҙың байтаҡ ҡына романстарын, йырҙарын беренсе булып башҡарыу бәхете тейҙе. – Профессиональ сәхнәнән киткәс тә йыр сәнғәтенә фиҙакәр хеҙмәт итеүегеҙ һоҡландыра... – Эйе, йыр ғүмерлек юлдашым булды һәм шулай булып ҡала. Һуңғы йылдарҙа талантлы композитор Айрат Ҡобағошов менән ныҡлы ижади хеҙмәттәшлек булдырҙыҡ. Уның йыл миҙгелдәренә арналған йырҙары үҙе бер сағыу гөлләмә булып ижадымды балҡытып ебәрҙе. “Көҙгө моңдар”, “Ҡышҡы моңдар” романстарына бик матур видеоклиптар төшөрҙөк. Үҙем яратып башҡарған халыҡ йырҙарынан, ария, романс һәм вальстарҙан торған альбомдар әҙерләп сығарҙым. – Уҡытыусы булараҡ эшмәкәрлегегеҙ тураһында бер кәлимә... – 1998 йылда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында коммерция нигеҙендәге музыка белгеслеге буйынса тәүге төркөмдө йыйҙыҡ. Киләһе йылына инде бюджет төркөмө лә астыҡ. Музыкаль белем биреү кафедраһының тәүге мөдире булараҡ, барлыҡ ойоштороу эштәрен атҡарырға тура килде. Бөгөн студенттарымдың уңыштарына, төрлө конкурс-фестивалдәрҙә яулаған ҡаҙаныштарына ихлас һөйөнәм. – Ғаиләгеҙ менән дә таныштырып үтегеҙ. – Тормош иптәшем Фидай Ғәйфулла улы – сәнғәттән алыҫ өлкә кешеһе, Өфө дәүләт авиация-техник университетында уҡыта, техник фәндәр докторы, әммә тап уны ижадыма иң тәүге, иң ғәҙел баһа биреүсем тип һанайым. Ул гармунда матур уйнай, һәр яңы башланғысымды ҡеүәтләп тора. Минең башҡарыуҙағы башҡорт халыҡ йырҙарын, композиторҙар әҫәрҙәренән торған видеоконцерттарҙы интернет киңлектәренә ҡуя, уларҙы сит ил тамашасылары ҡарай. Ҡыҙыбыҙ Дәлиҙәнең ғаиләһе, игеҙәк ейәндәребеҙ Эрнест менән Роза – тормошобоҙҙоң мәғәнәһе, йыуанысыбыҙ һәм ҡыуанысыбыҙ. Ғүмер юлымда һәр саҡ атай-әсәйемдең йәшәү ҡиммәттәренә таяндым. Шөкөр, кеше өлөшөнә төшмәйем, үҙ юлымдан барам, үҙ йырымды йырлайым... Фәрхетдинова (Бакирова) Зөлфирә Әғләм ҡыҙы 1943 йылдың 8 апрелендә Балтас районының Маты ауылында тыуған. Йырсы, ғалим-педагог, профессор, СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев ордены кавалеры. Оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы булып эшләй. Бер үк ваҡытта М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыта. - Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА