Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сибай институты һеҙҙе көтә!

Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты – республиканың көньяҡ-көнсығыш райондары йәштәре өсөн мәғариф, фән һәм белем биреү үҙәге булараҡ, төбәк халҡының ныҡлы терәге. Билдәле булыуынса, былтыр республиканың ике юғары уҡыу йорто берләшеп, Өфө фән һәм технологиялар университеты барлыҡҡа килде. Шуныһы ҡыуаныслы: Сибай институты үҙ брендын һаҡлап ҡалды, һәм бөгөн ул яңыса һулыш алып, үткәндәргә таянып, йәш быуынға белем бирә, һөнәр алыуға ярҙам итә. Сибай институтының бөгөнгө хәле, киләсәккә пландары, яңы статуста нисек эш башлауы, юғары белем тармағындағы, абитуриенттарҙы ҡабул итеүгә бәйле яңылыҡтар менән яҡындан танышыу маҡсатында Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты директоры, педагогия фәндәре кандидаты, доцент Илдар ХӘМИТОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ. – Илдар Сәлихйән улы, яңы статуста белем биреү яңыса эшләргә мөм­кинлектәр асамы? – Әлбиттә. Исеме есеменә тап килгәндәй, әле төп иғтибарҙы фәнгә һәм төрлө эҙләнеүҙәргә, заман технологияларын ҡулланып, яңы асыштарға йүнәлттек. Беҙҙең уҡыу йортонда ике лаборатория барлыҡҡа килде. Уларҙың төп маҡсаты – уҡыу-уҡытыу системаһына, фәнни эҙләнеүҙәргә яңылыҡ индереү, яңы проекттар тәҡдим итеү, төрлө гранттар яулау һәм уларҙы артабан эҙләнеү эштәрендә ҡулланыу. Фәнни лаборато­рияларҙы уҡыу йортоноң тәүге көнөнән үк эшләгән һәм бөгөн дә үҙҙәренең тикшереү һәм эҙләнеү эштәрен дауам иткән тәжрибәле ғалимдар – биология фәндәре докторы, академик Йәлил Төхфәт улы Һөйөндөков менән иҡтисад фәндәре докторы, профессор Әҙеһәм Әғзәм улы Барлыбаев етәкләй. Беҙ өр-яңы фән, күптәр өсөн ятыраҡ тойолған нейропедагогика, нейропсихологияны өйрәнәсәкбеҙ һәм ошо юҫыҡта икенсе фәнни лаборатория махсуслаша. Грант эшмә­кәрлеге, уны яҡлау һәм яулау буйынса беҙҙең уҡыу йортоноң ярайһы уҡ тәжрибәһе бар. Иҡтисад фәндәре докторы, профессор Инна Алексеевна Ситнова етәкселегендәге команда “Биләмәләрҙең тотороҡло үҫешен эҙмә-эҙлекле өйрәнеү үҙәге һәм халыҡтың йәшәү сифаты” тигән Рәсәй фәнни фон­дының 2,5 миллион һумлыҡ грантына эйә булды. Команда составында билдәле ғалимдар, йәш фән кандидаттары, шу­лай уҡ ошо өлкәлә тәүге аҙым­дарын яһаған, әммә киләсәккә аныҡ пландар ҡорған студенттарыбыҙ ҙа бар. Күреүегеҙсә, лабораториялар фәнни эҙләнеүҙәр, яңы асыштар менән бер рәттән йәш ғалим­дарҙы үҫтереү, быуындар бәйлә­нешен булдырыу йәһәтенән килә­сәктә ҙур бер майҙансыҡ буласаҡ. – Әйткәндәй, һеҙ ҙә ҡасандыр Сибай институтын тамамлап, ошонда ҡанат нығытҡанһығыҙ, төрлө вазифалы урындарҙа эшләп, бөгөн юғары уҡыу йортон етәкләйһегеҙ. Быйыл Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы иғлан ителде. Һеҙ үҙегеҙҙең остаздарығыҙ тип кемдәрҙе иҫәпләйһегеҙ? – Ысынлап та, Сибай институты миңә юғары белем биреп кенә ҡалманы, ә фәнгә һөйөү уятты. Киләсәк тормошома йүнәлеш, аҡыллы кәңәштәр биргән, фән юлына тәүге аҙымдар яһарға өйрәткән, кескәй генә уңыштарымды күреп, артабан дәртләндергән остаздарым Хөснөтдин Хәйбулла улы Хәмитов, Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов, Азат Сәлимйән улы Вәлиевкә ҙур рәхмәтлемен. – Илдар Сәлихйән улы, гәзит уҡыусыларҙы Сибай институты менән яҡындан таныштырып үтһәгеҙ ине. – Беҙҙең уҡыу йортонда республиканан ғына түгел, тотош Рәсәйҙән, күрше өлкәләрҙән килгән ҡыҙҙар һәм егеттәр белем ала. Әле 2500 студент иҫәпләнә, улар араһында Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстандан, алыҫ Себер яҡтарынан килгән йәштәр бар. Сибай институтында уҡыу, фән менән шөғөлләнеү, төрлө яҡлап һәләтеңде асыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Белем биреүҙең һәм махсус белгестәр әҙерләүҙең сифатын яҡшыртыу маҡсатында уҡыу йортонда яңы алымдар һәм заманса технологиялар әүҙем үҙләштерелә. Матди-техник хәлдең тотороҡлолоғо, заманса уҡыу-лаборатория корпустары, көнкүреш шарттары тыуҙырылған дүрт ятаҡхана (уның береһе ғаиләле студенттар өсөн), тренажер залдары, спорт майҙансыҡтары, стадион, яҡтыртылған саңғы юлы, ашхана, китапхана – быларҙың барыһы ла йәштәргә заманса белем бирергә, яңы уҡыу йорто ҡуйған талаптарҙы уңышлы атҡарып сығырға булышлыҡ итә. Бөтәһе 11 фән докторы, 49 фән кандидаты эшләй. Шуныһы ҡыуаныслы: ҡасандыр Сибай институтын тамамлап, фән юлын һайлаған студенттарыбыҙ әле декан йәки фән кандидаты, доцент булып ошонда уҡ йәштәргә белем бирә. Был матур традиция артабан да дауам итер, тигән ышаныста ҡалам. Белем усағында бөтәһе дүрт факультет бар: улар – тәбиғи-математика, педагогика, технология һәм иҡтисад-хоҡуҡ. Һәр береһендә көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлегендә төрлө йүнәлештәр буйынса белем алырға мөмкин. – Һуңғы ваҡытта йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә. Был йәһәттән уҡыу йортонда ниндәй эштәр башҡарыла? – Илһөйәрлек һәм телһөйәрлек – уҡыу йортоноң төп йүнәлеш­тәренең береһе. Сибай институтына уҡырға килгән һәр студентты көн һайын халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре Рәми Ғарипов, Шәйәхмәт Сибаев, Мөхәмәтша Буранғолов, Һәҙиә Дәүләтши­наның һыны сәләмләй, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Мифтахетдин Аҡмулла һәм башҡаларҙың мөһабәт барельефтары ҡаршылай. Күптән түгел уҡыу йортона нигеҙ һалған, уның директоры булған иҡтисад фәндәре докторы, профессор Зиннур Йәрмөхәмәтовтың яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Уҡыу йортонда 1812 йылғы Ватан һуғышына 200 йыл тулыу айҡанлы монументаль барельеф асылды. 21 метр оҙонлоғондағы тарихи композиция ла йәш быуынды милли рухта, илһөйәр итеп тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай. 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған композицияла Ҡаһым түрә образы, башҡорт яугирҙәренең ғаиләләре менән хушлашыуы, яуҙа ҡат­нашҡан ҡатын-ҡыҙ образы һынландырылған. Бында батырҙарҙың еңеүгә ынтылышы, сая рухы сағыла, халҡыбыҙҙың ҡурай моңдары ла, зәңгәр күктә ирек һөйөүсе бөркөттөң саңҡ-саңҡ ҡанат ҡағыуы ла, ат тояҡтарының шаңдауы ла ишетелгәндәй тойола. Был композиция янында Батырлыҡ дәрестәре үтә, төрлө саралар ойошторола. Күреүегеҙсә, уҡыу йортонда илһөйәрлек темаһы йылдар дауамында эҙмә-эҙлекле рәүештә алып барыла. Әле иһә был йүнә­лешкә иғтибар тағы ла нығыраҡ артты. Студенттарыбыҙ төрлө хәрби-патриотик конкурстарҙа, махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашҡан яугир­ҙәргә гуманитар ярҙам йыйыуҙа, төрлө акцияларҙа әүҙем ҡатнаша. Шулай уҡ уҡыу йортоноң уникаль экспонаттарға бай булған музейы бар. – Һөнәр һайлау алдында торған ҡыҙ һәм егеттәргә ниндәй теләктәрегеҙ бар? – Һәр кем күңеленә яҡын, йөрәге ҡушҡан һөнәрҙе һайлаһын. Икенсенән, белем алғанда уҡыу йортоноң матди-техник базаһы, йәшәү шарттары, белем алыуҙың төрлө алымдары, һәләтеңде артабан үҫтерерлек шарттарҙың булыуы ла бик мөһим. Шуға күрә уҡыу йортон һайлау алдынан ныҡлап уйланырға кәңәш итәм. Ә Сибай институтында заманса үҫешкә, камиллыҡҡа ынтылыу, шәхсән алым, уңышлы карьера, артабан фән менән ныҡлап шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған. Беҙҙең институтта белем алыусылар һәр саҡ алға ҡарап йәшәй. Бер юлы ике һөнәр алып сыҡҡандар ҙа байтаҡ. Тағы ла шәп яңылығыбыҙ бар: киләһе уҡыу йылынан Сибай институты магистратура буйынса ла белем бирә башлай. Бөтәһе биш йүнәлештә артабан һөнәр алыу мөмкин буласаҡ. Был – студенттар, уларҙың ата-әсәләре һәм беҙҙең өсөн ҡыуаныслы ваҡиға. Әле ошо йүнәлештә эштәр дауам итә. Бер һүҙ менән әйткәндә, Сибай институтын һайлаған йәштәр яңылышмаҫ. Беҙҙең уҡыу йортона килегеҙ, белем алығыҙ һәм үҙегеҙгә оҡшаған һөнәргә эйә булығыҙ! – Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Уңыштар һеҙгә! - Кәримә УСМАНОВА