Күрше Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында үткәрелгән Рәсәйҙең тай боксы буйынса чемпионатында илдең 31 төбәгенән 200-гә яҡын спортсы йыйылды. Унда Сибай ҡалаһынан 21 йәшлек Зарина Исламова 54 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә алтын миҙалға лайыҡ булды. Был ғына түгел, ҡыҙ Рәсәй йыйылма командаһы составында донъя чемпионатында ҡатнашыу хоҡуғын яуланы. Үҙ-үҙеңә ышаныс тәрбиәләй Зарина Исламова – Рәсәй чемпионы, спорт мастерлығына кандидат. Бала сағынан ул музыка мәктәбендә пианино класында шөғөлләнгән, әммә спорт менән ныҡлап мауыға башлаған һәм хәрби сәнғәт төрө – тай боксын һайлаған. “Ә ниңә спорттың тап ошо төрөн үҙ иттең?” тигән һорауға Зарина: “Бик матур, үҙенсәлекле хәрби сәнғәт төрө. Ул кешелә үҙ-үҙенә ышаныс тәрбиәләй, тәртипкә өйрәтә, холоҡто нығыта”, – тип яуап бирҙе. 2015 йылдан Зарина “Ҡара аждаһа” спорт клубында шөғөлләнгән. Тренеры – Александр Гаврилов. “Александр Сергеевич күп йәһәттән миңә өлгө булып тора. Ул яуаплы, иғтибарлы, ярыштар ваҡытында ла һәр саҡ бо