Найти тему
Башҡортостан гәзите

Советтың тәүге 100 көнө

2023 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостан Республикаһында Башҡортостан Республикаһының Конс­титуция советы үҙ эшен башланы. Советтың тәүге йөҙ эш көнө тураһында уның рәйесе Хәйҙәр Вәлиев уртаҡлашты. – Республиканың Конституция советы нисек булдырылыуы хаҡында һөйләп үтһәгеҙ ине? – Илдә үткәрелгән масштаблы реформа сиктәрендә Федераль Конституцион закон ҡабул ителә, ул 2022 йыл аҙағына тиклем Рәсәй Федерацияһы субъекттарының бөтә конституцион һәм устав судтарын бөтөрөүҙе күҙ уңында тота. Юғарыла аталған закон ҡабул ителгән мәлдә төбәк кимәлендә 15 конституция һәм устав суды эшләй. Әммә шул уҡ закон менән субъекттарға властың закондар сығарыу органдары ҡарамағында эшләгән конституцион (устав) советтарын ойоштороу хоҡуғы бирелә. Республика үҙенең Конституцион советын булдырып, ошонан файҙалана ла инде. Конституция советы тураһын­дағы нормалар башта республика Конституцияһында нығытыла. Унда Закондар сығарыу инициа­тиваһы хоҡуғы һәм кандидатуралар тәҡдим итеү һәм Совет ағзаларын тәғәйенләү тәрти­бе ҡаралған. Ә һуңынан Конституция советы тураһында закон ҡабул ителә, уға ярашлы яңы орган вәкәләттәрен ошо йылдың 1 ғинуарынан башлай. – Конституция советы составына кем инә? – Законға ярашлы, Конституция советы кәм тигәндә өс һәм биш ағзанан артыҡ бул­маған составта ойошторола. Бөгөнгө көндә составта өс совет ағзаһы бар. Владимир Михайлович Крылов рәйес урынбаҫары булып тора, ул юридик фәндәр кандидаты, 30 йылдан ашыу судьялыҡ эш стажына эйә. Совет секретары итеп Светлана Борисовна Сафина тәғәйенләнә, ул 25 йылдан ашыу ғилми-педагогик эшмәкәрлек стажына эйә, юридик фәндәр докторы. Совет рәйесе – мин. Был тәғәйенләүгә тиклем мин төрлө етәксе вазифаларҙа, шул иҫәптән республика Конституция Суды рәйесе урынбаҫары булып эшлә­нем. Минең идара итеү тәжрибәм дә, судьялыҡ эше тәжрибәһе лә әлеге вазифала һөҙөмтәле эшләргә ярҙам итер, тип уйлайым. – Республика Конституция советының вәкәләттәре тураһында ентекләберәк һөйләһәгеҙ ине... – Вәкәләттәре ярайһы уҡ киң. Иң элек был – конституцион күҙә­теүҙе тормошҡа ашырыу, уны шартлы рәүештә өс йүнәлешкә бү­лергә мөмкин. Беҙ конституцион хоҡуҡ­тарҙы һәм азатлыҡты боҙоуға ҡағылышлы ялыуҙарҙы ҡарайбыҙ. Шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы һорауы буйынса закон проекттарын һәм парламен­тыбыҙҙың норматив хоҡуҡи акттары проекттарын республика Конституцияһына ярашлылыҡҡа тикшерәбеҙ. Республика Башлығының мөрәжәғәте буйынса Совет Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡабул иткән закондарҙы ҡул ҡуйылғанға тиклем тикшерә. Советтың бурысы – тикшерелгән документ­тарҙа республика Конституцияһы менән ҡапма-ҡаршылыҡтар булыуына юл ҡуймау. – Ни өсөн закон проекттарын тикше­рер­гә, улар, бәлки, закон булып ҡабул ителмәҫ? – Ябай һүҙҙәр менән әйткәндә, закон проекты стадияһында Конституцияға тап килмәү мөмкинлеген асыҡлау еңелерәк, һуңынан, инде көсөнә ингән законға үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү – оҙайлы һәм ҡатмарлы процедура, сөнки конституцион күҙәтеүҙең төп бурыстарының береһе – республика Конституцияһы нормаларын боҙоуҙы ваҡытында асыҡлау һәм ғәмәлдәге ҡануниәттең тотороҡлолоғон тәьмин итеү. – Әгәр Конституцияға тап килмәү осра­ғын асыҡлаһағыҙ, Совет бындай норматив хоҡуҡи актты юҡҡа сығара аламы? – Юҡ, тикшерелгән норматив акт­тарҙы юҡҡа сығарырға Совет­тың хоҡуғы юҡ. Тик­шереү һөҙөмтә­һе булып норматив хоҡуҡи акттың (йәки уның проектының) республи­каның Төп законына тап килеүе йә­ки тап килмәүе тураһында һы­ғым­та тора. Һығым­талар тәҡдим итеү характерында, ­уның нигеҙендә норматив акттың “авторы” уны үҙе юҡҡа сығара йәки тейешле үҙгә­рештәр һәм өҫтәмәләр индерә ала. – Совет быйыл ғинуарҙа ғына булдырылһа ла, һеҙ тулы ҡеүәтле эш алып бараһығыҙ. Әммә юрист булараҡ, һәр дәүләт струк­тураһының нигеҙе булып хоҡуҡи документтар тороуын аңлай­һығыҙ. Конституция советы ойошто­ролған ваҡытта локаль акт­тарҙың тейешле базаһы бар инеме? – Юҡ, яңы орган эшләй башлаған мәлдә бындай база әҙер булмай. Әйткәнемсә, Совет үҙ эшен Башҡортостан Конституцияһы нормалары һәм “Башҡортостан Республика­һының Конституция советы тураһында”ғы республика Законы нигеҙендә башланы. Шуға күрә, төп вәкәләттәребеҙҙе тормошҡа ашырыу менән бер рәттән, беҙ үҙ эшмә­кәр­легебеҙҙең хоҡуҡи базаһын баштан бул­дырҙыҡ. Өҫтәүенә, Советтың бөтә ҡарар­ҙары, шул иҫәптән локаль характерҙағы акттар ҡабул итеү буйынса, коллегиаллек принцибына ярашлы, Совет ағзалары тарафынан бергәләп кенә әҙерләнә һәм ҡабул ителә. Бындай акттарҙы эшләү ҡатмарлы һәм күп ваҡыт талап итә, әммә артабанғы эшебеҙ законлы һәм конструктив булһын өсөн кәрәкле этап. – Совет ойошторолғандан алып ни бары йөҙ көн генә эшләй. Мөрәжәғәттәр киләме? Һәм һеҙҙең вәкәләттәрегеҙҙең ниндәй өлкәһе өҫтөнлөк итә? – Әлеге көнгә Советҡа граждандарҙан бер нисә мөрәжәғәт килгән, улар буйынса яуаптар бирелгән. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм республика Башлығынан мөрәжәғәттәр һаны менән сағыштырғанда граждандарҙан ялыуҙар күпкә күберәк булыр, тип уйлайым. Һәм был тәбиғи. Башта был орган Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды бөтөрөлгәндән һуң граждан­дарҙың үҙ конституцион хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын яҡлау кимәлен кәметеүгә юл ҡуймау өсөн булдырыла. Кеше һәм граж­дандың хоҡуҡтарын һәм азатлығын яҡлау Конституция советының закон менән билдә­ләнгән маҡсаттарының береһе булып тора. Бынан тыш, республикала депутаттар корпусы ярайһы уҡ көслө, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай секретариатының эше, республика Башлығы хакимиәтендә көслө дәүләт-хоҡуҡи идаралыҡ профессиональ рәүештә ойошторолған, шуға күрә закондар, дөйөм алғанда, юғары кимәлдә ҡабул ителә. Күп­селеге махсус юридик белемгә эйә булмаған граждандар үҙ һорауҙарын беҙгә йүнәлтә, һәм һөҙөмтәлә мөрәжәғәттәр өҫтөнлөк ала. Бындай статистика йыл йомғаҡтары буйынса ла һаҡланыр, тип ышанам. – Ә граждандар Конституция советына ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итә? – Һорауҙар бөтөнләй икенсе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, граждандар Конституция советының нимә менән шөғөлләнеүен һәр ваҡыт дөрөҫ аңлап етмәй. Шуға күрә хужалыҡ бәхәстәре менән мөрәжәғәт итәләр, норматив хоҡуҡи актты тикшереүгә түгел, ә уларҙың шәхси мәсьәләһенә ҡағылышлы ялыуҙар ебәрәләр. Уҡыусыларҙың иғтибарын йәлеп итергә теләйем, граждандар мөрәжәғәттәре буйынса Совет республика Конституцияһына хоҡуҡи акттың тап килеүен генә тикшерә. Совет власть органдарының эшләү (эшләмәүен), Конституцияға тап килеүен, суд ҡарарҙарын тикшерергә хоҡуҡлы түгел. Тағы бер мөһим мәл. Тикшереү республика Конституцияһына һәм төбәк ҡарамағына ҡараған мәсьәләләр буйынса ғына үткәрелә. Һәр хәлдә, граждандарҙың үҙ хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын дәүләт яҡлау сараларын әүҙем файҙаланыуы ҡыуаныслы. Был йәм­ғиәт­тәге хоҡуҡи мәҙәниәттең юғары кимәле тураһында һөйләй. Әйткәндәй, Совет был йүнәлештә лә әүҙем эш алып бара. – Граждандарҙың хоҡуҡи мәҙәниәтен күтәреү йәһәтенән эште нисек алып бараһығыҙ? – Был Советтың ҡануни яҡтан нығытылған тағы бер вәкәләте, атап әйткәндә, конституцион ҡиммәттәрҙе пропагандалауҙы тормошҡа ашырыу. Грамоталы граждан – ул көслө дәүләт нигеҙе. Шуға күрә беҙ конституцион-хоҡуҡи белемде төрлө кимәлдә, төрлө аудитория өсөн алып барабыҙ. – Конституция советы эшмәкәрлеге пландарында нимә бар? – Ысынында иһә, пландар бер генә – бөтә йүнәлештәр буйынса эшебеҙҙе киңәйтеү һәм әүҙем­ләштереү. Граждандарҙың ялыуҙа­ры менән эште ойоштороу йәһә­тенән, бөтә кешеләр ҙә Советҡа нисек һәм ниндәй мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итергә кәрәклеген аңламауын иҫәпкә алып, уларҙы рәсмиләштереү буйынса тейешле методик тәҡдимдәр әҙерләү планлаштырыла. Бынан тыш, эшебеҙҙең мөһим йүнәлеше – граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын яҡлау йәһәтенән дәүләт власы органдары һәм граждандар йәмғиәте институттары менән үҙ-ара эш итеү. Ошоға бәйле Башҡортостан Республикаһында кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил, бала хоҡуҡтары буйынса вәкил менән тәжрибә уртаҡлашыу, граждандарҙың конституцион хоҡуҡтары һәм азатлыҡтары мәсьәләләре буйынса позицияларҙы координациялау, уларҙы боҙоу мәсьәләләре буйынса мәғлүмәт алмашыуҙы арттырыу өсөн килешеүҙәр төҙөү планлаштырыла. Һәм, әлбиттә, халыҡтың төрлө төркөм­дәренә йүнәлтелгән конституцион ҡиммәт­тәрҙе популярлаштырыу буйынса эш дауам итәсәк. Мегаполиста йәки ауылда йәшәүе, юғары йәки урта белемле булыуы, үҙ бизнесын алып барыуы йәки өйҙә балалар тәрбиәләү менән шөғөлләнеүе мөһим түгел, һәр кеше – илебеҙ гражданы, һәм һәр кемдең конституцион хоҡуҡтары һәм азатлыҡтары тигеҙ. Хәйҙәр Арыҫлан улы Вәлиев – юридик фәндәр кандидаты, Башҡортостан Рес­публикаһы Конституция Судының отс­тав­калағы судьяһы. 1980–2000 йыл­дарҙа Әбйәлил районында етәксе вазифаларҙа эшләй. 2000 йылда – Баш­ҡортостандың ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министры урынбаҫары. 2000–2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Ха­кимиәтендә эшләй. 2008 – 2011 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәү­ләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының беренсе проректоры. 2011 – 2019 йыл­дарҙа – Башҡортостан Рес­публикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе. 2019 – 2022 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды рәйесе урынбаҫары. 2022 йылдың 15 декабрендә Баш­ҡорт­остан Республикаһы Дәү­ләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан Башҡорт­ос­тан Республикаһы Конституция советы рәйесе вазифаһына тәғәйенләнә. - Гүзәл АББАЗОВА