Тыуған еренең ҡотон арттырыуға, бындағы тормошто һәр яҡлап яҡшыртырға ынтылған ул-ҡыҙҙары менән көслө республикабыҙ төбәктәре. Ниндәй генә тарафты алма, эше менән хөрмәт ҡаҙанған, яҡташтары араһында абруй яулаған шәхестәр бихисап. Нуриман районы ла илһөйәр, уңған, әүҙем тормош алып барған кешеләргә бай. Йәштән үк маҡсатлы була Яңы Күл ауылының бәрәкәтле тормошо өсөн күңел көсөн, тырышлығын һалып йәшәгән кешеләрҙең береһе – райондың почетлы гражданы Ғафуан Сәйет улы Хәйруллин. Үҙе лә, ғаиләһе лә күркәм шәхес әле лә, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, атайсалы өсөн янып, ҡулынан килгәнде ғәмәлгә ашырып йәшәй. Тыуған ауылы тормошонан ситтә ҡалмай, бындағы мәшәҡәттәрҙе, дөйөм мәсьәләләрҙе үҙенекеләй күреп, уларҙы хәл итеүгә, Яңы Күлде тағы ла күркәмерәк, таныулыраҡ итеүгә тырышлыҡ һалып, ошо мәшәҡәттәренән йәм табып көн итә. Ғафуан Сәйет улының хеҙмәт стажы – 42 йыл. Биографияһына күҙ һалһаң, эшмәкәрлегенең гел етди, тырышлыҡ талап иткән вазифаларҙан торғанын күрергә мөмкин. Һәләтле егет йәштән үк алдына етди бурыстар, ҡыйыу маҡсаттар ҡуя. Уларҙы ысынбарлыҡ итер өсөн тырышлығын Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инеүҙән башлай, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы һөнәренә эйә булып сыға. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайҡас, тыуған ауылы мәктәбендә уҡыта, тик педагог булып оҙаҡ эшләмәй. Тырыш, һәләтле егетте колхоз рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр, унан партия һәм профсоюз эшендә була. Ойоштороу һәләте, уңғанлығы район тарафынан да баһаланмай ҡалмай – Ғафуан Сәйет улын район ауыл хужалығы комплексын хеҙмәтләндереү ойошмаһының директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Ошонан алып булдыҡлы заттың хеҙмәт юлы тотош район кимәлендәге төрлө етәксе урындар менән бәйле була. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, ул халыҡ араһында абруйлы, эше һөҙөмтәле булыуы менән һоҡландыра. Нуриман агросәнәғәт химияһы берләшмәһеме, Өфө электр лампалары заводының бүлексәһендә инженермы, Нуриман районының Ер ресурстары һәм ер төҙөлөшө комитеты рәйесеме – һәммә ерҙә эшенә бар күңелен һала. 2002 йылдан инде Ғафуан Сәйет улы район хакимиәтенә эшкә күсә – хакимиәт башлығы урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә, ауыл хужалығы бүлеген етәкләй. Бер аҙға ғына Ер ресурстары һәм ер төҙөлөшө комитетына әйләнеп ҡайта, артабан хаҡлы ялға сыҡҡансы райондың ауыл хужалығы бүлегенә етәкселек итә, хакимиәт башлығы урынбаҫары була. Ул бер ҡасан да үҙен атайсалынан айырмай, Яңы Күлгә һәр саҡ тоғро, уны бар күңеле менән һөйгән улы булып ҡала. Ғүмер юлдашы – Белорет районы Әзекәй ауылында тыуып үҫкән Нәфисә Мөжәһит ҡыҙы ла иренең тыуған яғына берегеп, ошонда таштай батып, белемен, көсөн ғүмер иткән еренә бағышлай. Тынғыһыҙ иренең ынтылыштарын аңлап ҡабул итеп, ғаиләһе өсөн ышаныслы терәк булып йәшәй. Белорет педагогия училищеһын тамамлап, йүнәлтмә буйынса Нуримандың Яңы Күленә эшкә килгән ҡыҙ ошо ауыл егете Ғафуан менән сәсен сәскә бәйләп, инде ярты быуатҡа яҡын был матур төбәкте үҙенең икенсе тыуған яғы күреп ғүмер итә. Хеҙмәт стажы – 33 йыл. Хәйруллиндар ике бала тәрбиәләп үҫтергән. Гөлнара ғаиләһе менән Өфөлә донъя көтә, ике ҡыҙ үҫтерә. Улдары Илнур район үҙәге Красная Горка ауылында йәшәй, ҡатыны менән бер ҡыҙ, бер малай үҫтерәләр. Мәсет ауылға нур өҫтәй Ғафуан ағай, әйтеп үткәнебеҙсә, Яңы Күлде матурыраҡ, йәшәргә уңайлыраҡ иткән ғәмәлдәрҙән ситтә ҡала алмай, ваҡиғалар уртаһында ҡайнамаһа, күңеленә тынғы тапмай. Артабан бәйән иткәндәр бының шулай икәненә тағы бер дәлил. Ауылды биҙәп торған урындарҙың береһе – иман йорто. Мәсет асылыуға ҙур тырышлыҡ һалған, мәшәҡәттәрен атҡарышҡан әүҙем кешеләрҙең береһе була Ғафуан ағай. “Иман йортоноң барлыҡҡа килеүенә иң ҙур өлөш индергән Рифҡәт Сәйфулла улы Шәйҙуллинға оло рәхмәт әйтәбеҙ”, – ти ул. Өс йыл буйы төҙөлгән бина 2007 йылда, Көҙән ырыуы йыйыны ваҡытында асылып, Яңы Күл халҡының күңелен нурлай. Абруйлы зат донъяуи мәсьәләләргә генә түгел, рухи ҡомартҡыларға, халҡыбыҙҙың тарихына бәйле затлы мәғлүмәттәрҙе табыу, өйрәнеүгә лә иғтибар итмәй ҡала алмай. Ошоноң бер миҫалы ла ул мәсет. Ул күренекле Ислам эшмәкәре – шәйех Баязит Хәйруллин исемен йөрөтә. Ғафуан Сәйет улы – уның яҡын нәҫеле. Башҡортостанда был дин әһеленең исемен бик белеп етмәһәләр ҙә, Дағстан Республикаһындағы мосолман халҡы шәйехтең тормошо, изге ғәмәлдәре хаҡында хәбәрҙар. Болғансығыраҡ, дингә ҡараш ҡатмарлы булған заманда был шәхес ситкә сығып китеп йәшәргә мәжбүр булған. Ғафуан ағай күренекле бабаһы хаҡында әллә күпме һөйләргә әҙер. Уның исемен кесе Ватанында ла танытыу, эшмәкәрлеге, ҡылған эштәре тураһында мәғлүмәт еткереүҙе хәҙер тормошоноң төп йүнәлеше итеп алған, тиһәк тә хаталанмаҫбыҙ. Нәҫелдәренең ун ете быуынға ҡәҙәр шәжәрәһе билдәле. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегацияһына ҡушылып, Ғафуан Сәйет улы менән Нәфисә Мөжәһит ҡыҙы данлыҡлы Баязит шәйехтең ҡалған ғүмере уҙған Дағстанға барып ҡайта. Кавказ ерендә изге шәхескә булған хөрмәтте, изгелекле ҡарашты күреп, сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо менән йөрөп ҡайта улар. Бында шәйехтең ҡәбере изге урынға тиң, ул тәрбиәләп тотола. Ул йәшәгән яҡтағы мәсеттәрҙең береһенә исеме бирелгән. Данлыҡлы тоҡомдашының рухына булған тәрән ихтирамды тойғанға ҡыуанып ҡайта Хәйруллиндар. Әммә ошо шатлыҡ эргәһендә бер аҙ үкенес әсеһе лә урын ала: ниңә тыуған ерендә шәйех тураһында белмәйҙәр тиерлек? Башҡорттоң данын күтәргән, ошондай улдар биргән милләткә бөткөһөҙ хөрмәт уятҡан исемдәр, уларҙың ҡылған ғәмәлдәре тураһында үҫеп килгән йәштәргә лә белгертергә кәрәк, тигән уй Ғафуан Сәйет улына тынғы бирмәй. Ошо уйын ғәмәлгә ашырыр өсөн ҡулынан килгәнде эшләргә, бар көсөн һалырға әҙер. ...Яңы Күлдә күберәк өлкән быуын вәкилдәре йәшәй. Йәштәр, әлбиттә, изге тупраҡты онотмай, ауылдары өсөн файҙалы эштәрҙән дә ситләшмәй. Улар ауылға ылыҡһын, ошонда ҡайтып оя ҡорһон өсөн уны тағы ла уңайлыраҡ итеү, яҡшы шарттар тыуҙырыу ҙа шарт. Ошоноң ише ҙур бурыстарҙы атҡарыуға көс һалып, ауылдаштары менән бергә тыуған яҡтарын тағы ла көслөрәк, танылыулыраҡ итер өсөн тырышып йәшәй Хәйруллиндар. Ғаилә башлығы Ғафуан Сәйет улы был яҡлап – балалары, яҡташтары өсөн дә яҡшы үрнәк. - Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА