Ишембай ҡалаһының Спорт һарайында көрәш буйынса “Юрматы батыры” төбәк турниры уҙҙы. Хәҙер йолаға әүерелгән был сара Ишембайҙан тыш, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Салауат, Мәләүез, Ғафури, Федоровка һәм башҡа ҡала-райондарҙан 80-дән ашыу спортсыны тупланы. Сәмле ярыш 13 – 15, 16 – 18 йәшлек үҫмерҙәр араһында ойошторолдо. Бынан тыш, ошо ярыш сиктәрендә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында мәктәп уҡыусылары араһында “Юрматы мәргәне” турниры ла йәйәнән уҡ атыу оҫталарын йыйҙы. Маҡсат – рухлы һәм көслө быуын тәрбиәләү Көрәш – борондан билдәле милли спорт төрө. Унда халҡыбыҙҙың көсө, ҡөҙрәте сағыла. Көрәш быуындан-быуынға күсеп, бөгөнгө көнгә тиклем килеп еткән. Ишембай районы башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән ойошторолған сараның да маҡсаты – йәш быуынды халҡыбыҙҙың йолалары нигеҙендә рухлы һәм көслө итеп тәрбиәләү. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты директоры, район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Әлфис Фәйзуллин тап ошолар хаҡында һөйләне: – Был саралар йәштәрҙе халҡыбыҙҙың рухы, мәҙәниәте нигеҙендә тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Көрәш ул матур күренеш кенә түгел. Шәхес булып үҫешкәндә физик һәм рухи яҡтан бил ныҡлығы мөһим. Шуның өсөн Ишембай районының башҡорттары ҡоролтайы 2000 йылдарҙа уҡ көрәш буйынса ярыштар үткәрә башланы. Ул саҡ урындағы ҡоролтайға әлеге ваҡытта “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов етәкселек итте. Эстафетаны унан ҡабул иткәс, был йүнәлештә эште киңәйтеү маҡсатында юрматылар йәшәгән Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Федоровка һәм башҡа райондарҙы ла ылыҡтырып, сараны ойошторҙоҡ. “Юрматы батыры” тигән күсмә кубок та булдырҙыҡ. Еңеүсе исемен яулаған көрәшсегә елән, ҡамсат бүрек бүләк итеү йолаһын булдырҙыҡ. Шулай итеп, милли көрәш батырына милли бүләктәр хәстәрләнек. Пандемия ваҡытында был ярыш туҡталып торһа ла, хәҙер ул йәнә тергеҙелде. Иң күп юрматылар Ишембайҙа йәшәй, шуға уны киләсәктә лә дауам итәсәкбеҙ. Әлеге турнирға әҙерләнгәндә йәйәнән уҡ атыу ярышын уҙғарыу тураһында ла фекер тыуҙы. Был йәһәттән ишембайҙарҙың һөҙөмтәләре лә матур. Гимназия нигеҙендә ошо йүнәлештә түңәрәк эшләп килеүе лә этәргес булды. Был ярыш та йәш быуында ҡыҙыҡһыныу тапты. Юрматылар йәшәгән күрше райондарҙан да килгәндәр. Халҡыбыҙҙың борондан килгән байрамдарын күтәреү, үҫтереү, йәштәрҙе йәлеп итеү ҙә – ярыштың маҡсаты. Әгәр йәштәр спорт залдарында, түңәрәктәрҙә күберәк ҡатнаша икән, тимәк, улар урам буйында эшһеҙ йөрөмәйәсәк. Артабан тормошта ла маҡсат ҡуя беләсәк. Боронғо йолаларыбыҙҙы күтәреү иҫкелек менән булышыу түгел, ә киләсәккә маҡсат ҡуйып, шул маҡсатҡа өлгәшә белгән йәштәрҙе тәрбиәләү сараһы булып тора, – тине Әлфис Ғаяз улы. Ярыш иртәнге сәғәттәрҙә үк ҡыҙыу башланып китте. Береһенән-береһе таһыллы егеттәр еңеү өсөн көрәште. Өфөнән абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашыуы менән дә сара мәртәбәле булды. Көрәш буйынса федерацияның вице-президенты, Юрматы ырыуы етәксеһе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында аҡһаҡалдар ҡоро ағзаһы Вельмир Аҙнаев турнирҙы асыу тантанаһында республикабыҙҙа көрәштең үҫешә барыуын билдәләне. – Башҡортостанда милли көрәш – халҡыбыҙға хас спорт төрөнөң береһе. Уның тарихы бик тәрәндә ята. Шуныһы ҡыуаныслы, илебеҙ төбәктәрендә көрәш тарала бара. Рәсәй, донъя кимәлендә ярыштар ҙа уҙғарылып тора. Унда ҡатнашыусы спортсыларыбыҙ араһында донъя, ил чемпиондары бар. Йыл әйләнәһенә республикабыҙҙа 40 – 50 ҙур ярыш үтә, төрлө төбәктәрҙә аҙна һайын бер ярыш тиһәк тә хата булмаҫ. Мәктәптәрҙә көрәш менән шөғөлләнгән балалар ҙа байтаҡ. Беҙҙең иҫәпләүҙәр буйынса, республикабыҙҙа 20 меңдән ашыу бала ошо спорт төрөн үҙ иткән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың көрәшкә ҙур иғтибар биреүе лә уны үҫтереүгә булышлыҡ итә. Бының өсөн спорт һарайҙары төҙөлә, уңайлы шарттар тыуҙырыла. Бына бөгөн дә ҙур сараға йыйылдыҡ. Ул айырым бер ырыуҙың батырын билдәләү йәһәтенән үҙенсәлекле булып тора. Мәғлүм булыуынса, башҡорт халҡында 45-тән ашыу ырыу бар. Шуларҙың иң ҙурҙарының береһе – Юрматы ырыуы. Тарихи яҙыуҙар буйынса, Юрматы халҡы был ерҙә ултыраҡлы булып мең йылға яҡын йәшәгән. Бөгөнгө ярыш ошо ырыуҙың батырын билдәләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Шуныһы шатлыҡлы, был саҡырыуҙы күп райондар ҡабул итте. Ошо рәүешле беҙ илһөйәр быуын тәрбиәләйбеҙ. Ил һаҡсылары беҙгә бик кәрәк, – тип һөйләне ул. Бар ғүмерен көрәшкә арнаған спорт ветерандарының да йәш быуынға һәр ваҡыт әйтер һүҙе бар. Ирекле көрәш буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, Йәнырыҫ ауылынан Нурулла Хисмәтуллин һәләтле, көслө йәштәр өсөн ҡыуанысын йәшермәне. Әйткәндәй, заманында уның тырышлығы менән төбәгебеҙҙә бик күп көрәшсе тәрбиәләнгән. – Мине ошондай сараларға саҡыралар, хөрмәт итәләр. Үҙемдең уҡыусыларым менән дә ғорурланам. Хәҙер күптәре – үҙҙәре тренерҙар, чемпиондар. Көрәш буйынса шундай ҙур ярышты кинәнес менән ҡарап ултырам. Йәштәрҙең бик оҫта көрәшеүе һоҡландыра. Иң мөһиме – уларҙың илһөйәр, тыуған еренең һаҡсыһы булып үҫеүе, – тине Нурулла Кәлимулла улы. Ысынлап та, Ишембай маҡсатлы, белемле йәштәре менән ғорурлана ала. Ситкә сығып китһәләр ҙә, күптәре йәнтөйәге менән бәйләнеште өҙмәй. Башҡорт дәүләт медицина университетының VI курс студенты, бер үк ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында белем алған шәп егет, “Йәш яҡташтар” берлеге етәксеһе Айтуған Баисламов был спорт төрөнөң бәләкәйҙән яҡын булыуы хаҡында әйтте. – Үҙем 6 йәштән 17 йәшкәсә бик әүҙем көрәш менән шөғөлләндем. Милли көрәш буйынса район, республика кимәлендә алдынғы урындар, һабантуйҙарҙа еңеп, һарыҡтар алғаным булды. Йәш ишембайҙарға кәңәшем – спорт менән шөғөлләнһендәр, ниндәй генә төрөн үҙ итһәгеҙ ҙә, һеҙгә ул файҙаға. Спорт менән шөғөлләнгән егет үҙен һәм яҡындарын яҡлай аласаҡ. Шулай уҡ ул рухты нығыта, алға маҡсат ҡуйырға өйрәтә. Үҙегеҙ өсөн, һаулығығыҙҙы нығытыу, рухты тәрбиәләү өсөн спорт кәрәк, –тине Айтуған. Көрәшселәр элек-электән йыйындарҙың йәме булған, көрәшһеҙ һабантуй үтмәгән. Был спорт төрөн үҙ итеү өсөн көс тә, таһыллыҡ та, оҫталыҡ та кәрәк. Уларға ҡарата йәмғиәтебеҙҙә электән һоҡланыу йәшәй. Абсолют чемпион – Ишембай нефть колледжы студенты Абсолют чемпион исемен кем яулар? Ярышты ҡарарға килеүселәр таралышмай аҙаҡҡа тиклем еңеүсе асыҡланыр мәлде көттө. Был маҡтаулы исемгә Ишембай нефть колледжының 4-се курс студенты, Ғафури районы егете Тимур Ҡолмәнов лайыҡ булды. Ул һарыҡ һәм ҡамсат бүрек менән бүләкләнде. – Әлбиттә, еңеүсе булыр өсөн тырышып әҙерләндем. Тренерым, яҡындарым өсөн дә был ҡыуаныслы яңылыҡ. Көрәш менән мәктәп йылдарынан ҡыҙыҡһынам, Ишембай нефть колледжына уҡырға килгәс, ныҡлабыраҡ шөғөлләнә башланым. Атайым да көрәшсе булды. Уның һабантуйҙарҙа еңеп, һарыҡ алғанын күрә торғайным. Бала саҡта атайыма, “Мин дә шулай ярышта һарыҡ аласаҡмын” тип һүҙ бирҙем һәм бына ул хыялым тормошҡа ашты, – тип һөйләне көрәш буйынса донъя чемпионаты призеры. Көрәш кешене тәртипкә өйрәтә, маҡсат ҡуйыу һәм уға өлгәшеү сәмен тәрбиәләй, тигән фекерен дә белдерҙе ул. Еңеүселәр баҫҡысын биләүселәр төрлө ауырлыҡ категорияларында билдәләнде. Беренсе урынға лайыҡ булыусылар рәтендә Ишембайҙан Кирилл Васильев, Ғәлим Ишмөхәмәтов, Марсель Фәйзуллин, Ғәли Торошев, Мәләүездән Илназ Зөбәйеров, Күмертауҙан Илдар Әйүпов, Салауаттан Радмир Ғәбиҙуллин булды. Әлеге ярышта беренсе урын яулаусы Ишембай нефть колледжының II курс студенты Ғәлим Ишмөхәмәтов та киләсәген милли көрәшһеҙ күҙ алдына ла килтермәй. – Үҙем Ейәнсура районынан. Көрәш менән алтынсы кластан шөғөлләнәм. Бала саҡтан мин тиктормаҫ була торғайным. Көрәшкә йөрөй башлағас, бөтә көс-дәртем спортҡа йүнәлде. Был минең донъяға ҡарашымды ла үҙгәртте. Көрәш менән шөғөлләнһәң, урамда йөрөргә ваҡыт ҡалмай. Нәҫелемдә лә көрәшселәр бар. Ҡартатайым көрәшсе булған, мин уға оҡшағанмын. Үкенескә ҡаршы, хәҙер инде ул мәрхүм. “Ҡартатайың һымаҡ бул, көрәште ташлама”, тип яҡындарым да был шөғөлөмдө хуплап тора. IX класты тамамлағас, Ишембай нефть колледжына уҡырға килгәс, тренерым Айнур Кинйәбаев етәкселегендә ныҡлап шөғөлләнә, ярыштарға йөрөй башланым. Быға тиклем Өфөлә республика колледждары араһында көрәш буйынса 1-се урын алдым. Киләсәктә үҙемде атайым һымаҡ нефтсе итеп күрәм, ләкин көрәште бер ҡасан да ташламаясаҡмын, – тине ул. Ғафури районынан килгән йәнә бер оҫта көрәшсе Рәмзил Кинйәбулатовтың да алға маҡсаттары ҙур. Көн һайын күнекмәләргә йөрөп, VI кластан көрәш менән ныҡлап шөғөлләнә башлаған. Был спорт төрөн үҙ итеүенә бер туған көрәшсе ағаһы ла өлгө булған. Киләсәктә ул Ишембай нефть колледжына уҡырға инергә һәм унда ла көрәш менән шөғөлләнеүҙе дауам итергә уйлай. Әйткәндәй, әлеге ярышта Рәмзил икенсе урынды яуланы. Йәш көрәшселәрҙең башланғысын хуплап, уларҙы дәртләндерергә килгән абруйлы ҡунаҡтар араһында “Юрматы ырыуы” ҡор башы Риф Иҫәнов та бар ине. Ул был ярышта ҡатнашыусыларҙың халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын дауам итеүсе көслө быуын булыуын белдерҙе. Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-ғәмәли үҙәге директоры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Данир Ғәйнуллин да еңеүселәрҙе ҡотланы, турнирҙан алған тәьҫораттары менән бүлеште. – “Юрматы батыры” бәйгеһе – йолаға әйләнгән ярыш. Йәштәрҙең төрлө район-ҡалаларҙан килеп, сәмләнеп ҡатнашыуы, бер-береһе өсөн янып-көйөп ултырыуы бик оҡшай. Беҙ ҙә бала саҡтан көрәшеп үҫтек. Секцияларға йөрөп, һабантуйҙарҙа көс һынаштыҡ. Әлеге ярыш үҙемдең бала саҡты, йәшлек осорон иҫкә төшөрҙө. Сәмләнеп көрәшеп еңгән ваҡыттағы кисерештәрҙе, еңелгән саҡтағы хистәрҙе яңыртты. Йәштәр тап ошолай әүҙем булырға, спорт менән шөғөлләнергә тейеш. Милли көрәш менән шөғөлләнеү ул халҡыңдың тарихына, йолаларына хөрмәтте сағылдыра. Шуныһы ҡыҙыҡлы, был ярышҡа төрлө милләт йәштәре килгән. Уның интернациональ спорт төрөнә әүерелеүе шатлыҡлы күренеш. Көрәш менән шөғөлләнгән йәштәр – улар республикабыҙ киләсәге, тимәк, сәләмәт быуын үҫеп килә. Был егеттәр илебеҙ терәге буласаҡ, – тигән һүҙҙәрҙә киләсәк быуынға ышаныс тойғолары сағылды. “Юрматы батыры” турнирының баш судьяһы Марат Зарипов ярышҡа килгән спортсыларҙың әҙерлекле булыуын, киләсәктә был ярышты ошондай уҡ исем менән республика күләмендә уҙғарыу маҡсатын билдәләне. “Юрматы мәргәне”н бәләкәстәр ҙә үҙ итә “Юрматы батыры” төбәк турниры сиктәрендә тағы ла бер ҙур сара ойошторолоуы менән үҙенсәлекле булды был көн – Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназияһы -интернатында мәктәп уҡыусылары араһында “Юрматы мәргәне” зона турниры ҡыҙҙы. Унда Ишембай районының Әхмәр һәм Ҡанаҡай ауылдарынан “Яугир юлы”, 2-се башҡорт гимназия-интернатының “Аҡтайлаҡ”, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан “Сая”, Федоровка районынан “Батыр” командалары уҡсылары мәргәнлектә көс һынашты. Турнирҙа балалар 7–9, 10–12, 13–16 йәш категорияларында ярышты. Һөҙөмтәлә, беренсе урынға “Аҡтайлаҡ”тан Игорь Пулькин, Рушана Дәминева, Рамаҙан Зарипов, Зарина Зарипова, “Сая” командаһынан Шамил Зарипов лайыҡ булды. Икенсе һәм өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелеүселәр ҙә ҙур оҫталыҡ күрһәтте. Турнирҙың абсолют чемпионы исеменә “Аҡтайлаҡ”тан Карина Дәүләтова эйә булды. Ул республика кимәлендәге “Уғатар” бәйгеһенең өс тапҡыр чемпионы ла булған. Ярыштың тап Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында уҙғарылыуының осраҡлы булмауына уҡыу йортонда эшләп килгән түңәрәк менән танышҡас инандыҡ. Уның етәксеһе, башланғыс кластар уҡытыусыһы Зөһрә Сәфәрғолова киләсәктә “Юрматы мәргәне” ярышын республика кимәлендә ойоштороу маҡсаты барлығын әйтте. – Бер нисә йыл элек түңәрәк асып ебәрҙек һәм уны балалар яратып ҡабул итте. Әлеге көндә 45 бала шөғөлләнә. Бәләкәстәр, урта һәм өлкәндәр төркөмдәрен булдырҙыҡ. Команданың исеме – “Аҡтайлаҡ”, Юрматы ырыуының оранын үҙебеҙгә исем итеп алдыҡ. Йыл һайын уҡыусыларыбыҙ республикала тәүге урындарҙы яулай. Балаларға ла оҡшай, ата-әсәләре лә ныҡ ярҙам итә. Уҡ-йәйәләр һатып алалар, кейемдәребеҙ ҙә сәхнәнеке түгел, тәбиғи материалдарҙан тарихи кейемдәр. Атай-әсәйҙәр ярыштарға балалары менән бергә йөрөп, хәҙер үҙҙәре лә ошо шөғөлгә ылығып китте, хатта ярыштарҙа ҡатнаша башланы. Уҡ атыуҙан тыш, һаҡал, селтәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре алып барам, уның менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа етерлек. Шулай итеп, балаларҙы бергәләп тәрбиәләйбеҙ. Бөгөн “Юрматы мәргәне” ярышы уҙғарылыуына бик шатбыҙ. Беренсе тапҡыр уҙғарылһа ла, 50-нән ашыу бала ҡатнашты, – тине ул. Мәргән уҡсылар араһында оҫта итеп атыусы ҡыҙҙар булыуы ла һоҡландырҙы. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының IV класс уҡыусыһы Зарина Зарипова I кластан ошо түңәрәккә йөрөй. – Уҡ атыу ҙа, ярыштарға йөрөү ҙә оҡшай. Мин Силәбелә, Сибайҙа һәм башҡа ҡалаларҙа ярыштарҙа булдым, йыш ҡына беренсе урынды алам. Атай-әсәйем был шөғөлөмдө хуплай. Атайым көрәшсе булғас, ул да ярыштарҙа ҡатнаша. Бөгөнгө турнирҙа ҡатнашҡан бөтә уҡыусыларға ла уңыштар теләйем, – тине мәргән ҡыҙ. Ғәзинур Ҡәҙерғолов исемле йәнә бер һәләтле уҡсы менән әңгәмәләштек. Ул да гимназияла белем ала һәм I кластан ошо түңәрәккә йөрөй: – Уҡ атып, сәпкә тура тейҙереү бик оҡшай. Ярыштарҙа ҡатнашып, алдынғы урындар алып киләм. Уңыштарымды күреп, яҡындарым да шатлана, был миңә дәрт өҫтәй, – тип ихлас һөйләште Ғәзинур. Мәҙәни-рухи мираҫыбыҙҙы тергеҙеү, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү, милли спорт ярыштарын күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйған “Юрматы батыры”, “Юрматы мәргәне” турнирҙары киләсәктә тағы ла күберәк ҡатнашыусыларҙы йыйһын, мәртәбәһе күтәрелһен. - Резеда ШӘҢГӘРӘЕВАИшембай ҡалаһы