Барҙала йәшәһәләр ҙә, ошонда ҡайтып йөрөй, ошонда ғына йәм таба Фәнис. Яуҙан ҡайтҡас, ҡышын өйҙөң – эсен, йәйгеһен тышын тышлайым, түбәһен яңыртам, тигән хыялы ғына тормошҡа ашмаҫ... Улай тиһәң, быға тиклем буш торған өй эсе бөгөн йылы, ут яна, йәшәү тантана итә. Фәриҙә апай уны, моғайын да, улының әйткәнен тормошҡа ашырып, Фәнистең бер иҫтәлеге итеп, ҡулынан килгәнсә тышлап, матурайтып та ебәрер. Кем белә, бәлки, бында геройҙың музейы ла булыуы бик мөмкин. Олатаһы Мәғдән Фәнисте йәненән артыҡ күреп, яратып ҡына үҫтерә. Шуға мираҫ итеп йортон ҡалдыра ла. Заманында ул ейәненә машина ла бүләк итә. “Атайым менән әсәйем Фәнисте беҙҙән, балаларынан да, артыҡ күргәндер. Фәнисем, Фәнисем, тип кенә торҙолар”, – тип иҫләй Фәриҙә. Олатай-өләсәй тәрбиәһендә үҫкән баланың күңелендә барыбер изгелек нурҙары күберәк була ул. Шуға Фәнистең һөймәлекле, көләкәс булыуы ошо оло һөйөү ҡосағында үҫеүендәлер ҙә. Бала саҡта наҙ күргән баланың йөҙө яҡты була, тиҙәр бит. Өләсәһе күптән мәрхүмә инде. Шаянлығы менән егет уға оҡшаған шикелле. Бәләкәй сағында китапхананан китаптар алып ҡайтып, өләсәһе менән уҡырға ярата малай. Ижади һәләтле Ирада апай үҙе лә, ейәне кеүек (әллә киреһенсәме), тиҙ генә берәй нәмә уйлап табыр булған. Күрше-тирәләге бар бала-сағаны йыйып алып, әкиәт уҡыһындармы, тәмлекәс бешерһендәрме йә Яңы йыл байрамы осоронда һәр балаға төрлө йәнлек костюмдары текһенме – өләсәй үҙе балаға әйләнеп, саф күңелдән бирелеп башҡара был изге эштәрҙе. Инша яҙырға йә һүрәт төшөрөргә булһа ла уның янына йүгереп инә ҡыҙҙар-малайҙар. Шуныһы ҡыҙыҡ, ҡай саҡ уҡытыусылар һиҙенеп, был билдә Ирада апаға, тип дәфтәргә яҙып та ҡайтаралар. Шул осорҙо иҫләп, Фәриҙә менән Мөнирә апай йылмайып та ҡуйҙы. Олатаһы иһә ейәнен һәр саҡ батыр, тырыш егет итеп күргеһе килә. Ғүмереңде оло эштәргә бағышла, итәғәтле, иманлы бул, тип өйрәтә. Барҙаға килеп, Фәнистең дәрестәренә инеп ултырыуын һөйләгәстәре, аптырап киттем, һоҡланып та ҡуйҙым. “Иртә менән барып, иң арттағы партаға барып ултыра, тыңлай, уҡытыусыларынан һораша. Шунан икеһе бергә йылмайып ҡайтып инәләр. Уҡыуы, шөғөлдәре менән ҡыҙыҡһынды, тәртипһеҙләнеп китмәйме, тип ҡарап ҡына торҙо ул”, – тип иҫләй ҡыҙы бөгөн. “Үҙ балам да былай уҡ ҡәҙерле булмағандыр ул, ти торғайны Мәғдән абзый. Аҡса йыйып, машина ла алып бирҙе”, – Мөнирә апай тәҙрәнән оҙаҡ ҡына тышҡа ҡарап ултыра. Туҡһанды ҡыуған Мәғдән бабай Илмәк ауылында бөгөн, Рәмиә ҡыҙы һәм кейәүе ҡарамағында. Ятып ҡына тора, сирләй. Йәнде өшөткәне шул: һоҡланғыс олатай яратҡан ейәненең был яҡты донъяларҙа юҡ икәнен белмәй ҙә. Уға Фәнистең үлеме хаҡында әйтергә телдәре бармай ҡыҙҙарының. Ишетһә, шунда уҡ йән бирәсәк атайым, тип тағы ҡулъяулығына тотона Фәриҙә. Һиҙенә шикелле, шылтыратығыҙ әле балама, уның хәле ауыр шикелле, шылтыратығыҙ әле, тип ята, ти, Мәғдән бабай. – Йыназаһына ла әйтмәнегеҙ инде. – Юҡ инде, йәшерәбеҙ. Телефонын ҡарап, радио-телевизорҙы һүндереберәк тотабыҙ. Ишетеп ҡалыр, тип... Ҡырҡы үткәс бында алып ҡайтырбыҙ, тимен. – Фәнисте эштә тип белә ул, бахырың, – тип ҡуйҙы Мөнирә апай. – Ишетһә, сыҙай алмаҫ. Эйе, сыҙай алма-аҫ, – ҡалын тауыш менән уфтанды Хәлил ағай. Фәриҙәне баяғы телевизор эргәһендә уралған егеттәр саҡырып алғас, Фәнистең тәүге уҡытыусыһы менән танышам. I – IV класта Яңы Ҡайпанда уҡытҡан Айһылыу Мөҙәрис ҡыҙы Хәзипова. – Фәнис бик һөймәлекле, гел йылмайып торған, ҡыйыу, оялмаҫ кескенә малай булды. Шуҡ та, шаян да ине, тик тәртипһеҙ булманы, бер кемде лә ҡыйырһытманы. Уҡыу буйынса тырыш, йырға, бейергә әүәҫ. “Әлифба байрамы”нда өйрәнгән йырҙарҙы бик оҙаҡ йырлап йөрөнө, эстән дә, ҡай саҡ ҡысҡырып былай ҙа. Әйтәм бит, оялмай ине ул, ҡыйыу, үткер һүҙле булды. Класта бар ҡыҙыҡ хәлдәр Фәнистән сыға ине. Көтмәгәндә генә ҡыҙыҡ итеп әйтеп ҡуя ине, – сабыр ғына йылмайып ҡуйҙы мөғәллимә. – Өсөнсө-дүртенсе класта, тәнәфес ваҡытында, әйҙәгеҙ, малайҙар, тип төркөмдө алып сығып та китә ине, эйәрәләр ине артынан. Лидерлыҡ сифаты бар ине. Фәнис, бәлки, класта атаман, әүҙем лидер ҙа булмағандыр. Ундай сифаты ярылып та ятмағандыр, ләкин уның кеүек һөймәлекле заттар барыһын да үҙенә йәлеп итергә, артынан эйәртергә һәләтле. Һәм бар ғәм уға ынтыла, сөнки ул ирекле, һәр йән иреккә, азатлыҡҡа, яҡтылыҡҡа ынтылыусан бит. Ана шул нур Фәнистә булған, шуға ул үҙе лә һиҙмәҫтән иғтибар үҙәгендә була торғандыр. Лидер мотлаҡ ҡайҙалыр әйҙәүсе, алға сығып дөйөм фекерҙе еткереүсе генә түгел, ә иң тәүҙә, минеңсә, төркөмдө бер “йоҙроҡҡа” туплаусы ул, тип уйлап ултырҙым уҡытыусы һөйләгәндә. Ана шул Фәнистең үҙен һәр саҡ иркен тотоуы балаларҙың бер-береһенең дә, уҡытыусы менән дә араларын яҡынайтҡандыр. Уҡытыусы фотолар күрһәтә. Беренсе класта тәүге ҡыңғырау мәле, барыһы теҙелешеп баҫып төшкән. Класта һигеҙ бала – ете малай, бер ҡыҙ. Бәләкәй генә Фәнис. Унда ла ул донъяла иң бәхетле кеше булып йылмайып, балҡып тора. – Ҡыҙыҡ мәлдәре булғандыр? – Булды. Яңы йыл байрамында клоун булып кейенә торғайны. Өләсәһе оҫта ине, һәр саҡ үҙе тегеп кейҙерҙе. Мәҙәк тигәндән, мәктәптә линейкаға сығып теҙелеү йолаһы бар. Дүртенсе кластағы бер уҡыусы бүлмәгә килеп инде лә, Айһылыу Мөҙәрисовна, линейкаға сығырға ҡуштылар, тине. Шул ваҡыт Фәнис парта өҫтөнән линейкаһын күтәреп алды ла, апа, быны ла алырғамы, тине. Юҡ, юҡ, Фәнис, линейка алмайбыҙ, үҙебеҙ сығабыҙ, тинем. Линейканан ингәс класс сәғәтендә линейканың нимә икәнен аңлатырға тура килде. Ул йыйылыш, барыбыҙ ҙа бер сафта, бер һыҙыҡта булырға тейешбеҙ, тип аңлаттым. Линейкаһын тотоп әле лә күҙ алдына килеп баҫа бәләкәй генә Фәнис. Өсөнсө-дүртенсе кластамы икән, уҡыу дәресендә шиғырҙар бирә башланым. Класта ике Хөсәйенов ине. Фәриҙә апаның бер туған ағаһының улы Алгиз исемле. Икеһе бергә уҡыһын өсөн дә, бәлки, Фәнисте Ҡайпан мәктәбенә биргәндәрҙер. Алгиз – беренсе партала, ә Фәнис арттараҡ ултыра. Алгиз парта араһына баҫып шиғыр һөйләй башланы ла, бер юл әйткәс, артҡа боролоп ҡараны. Фәнис шул ваҡытта уҡ, йәһәт кенә, Айһылыу Мөҙәрисовна, ҡара әле, Алгиз, әйтеп ебәрмәҫме икән, тип миңә ҡарай ҙа ул, тине. Көлөп ебәрҙем инде. Ана шулай тиҙ үк хәбәрен таба, оялмай, ололар кеүек һүҙен әйтеп ебәрә ине ул. Олатаһы-өләсәһе менән йәшәне. Иртән килеп, улар тураһында ла матур итеп һөйләр ине. Олатаһының дәрестәргә килеп ултырған саҡтары булды. Ата-әсәләр йыйылышына Фәриҙә апай ҙа килеп йөрөнө, ҡыҙыҡһынды. Әсәһен яратып һөйләр ине, каникулға килеп ала, мин Барҙаға барам, тип шатлығы менән уртаҡлаша. Һеңлеһе Ынйы тыуғас, оло шатлығы менән уртаҡлашыуы иҫтә. Һеңлем тыуҙы, Ынйы тип ҡушабыҙ, матур исемме, тип һөйөнөп торғаны һаман күҙ алдында. Шул осорҙа Айһылыу кейәүгә сыға. Һәр көн тормош иптәше йәш кәләшен Тәтешленән килтереп ҡуя, алып ҡайта. Яңы еҙнә менән иң тәүҙә Фәнис таныша. “Һин беҙҙең апаның ире, мин беләм. Донъяла иң матур ҡыҙ – беҙҙең апа, мин дә уны кәләш итеп аласаҡмын, үҫкәс”, – тип күрешә ул. Һуңынан кластың бар “егеттәренең” яҡшы дуҫына әйләнеп китә яңы кейәү. Уҡытыусы кейенеп сыҡҡансы Фәнис командаһы уның янына ашыға, улар уның матайын ҡарай, хәбәрҙәрен һөйләп өлгөрәләр шул арала. Ихластар инде. Кемдер көндәлеген күрһәтә, кемдер шиғыр һөйләй. Фәнис ана шулай һәр кем менән тиҙ үк уртаҡ тел таба, бөтөнләй ят кешене лә үҙенә ылыҡтыра ала. – Был класс менән яратып, күңелле эшләнем. Яратып килә торғайным, – тип һүҙен дауам итә Айһылыу Мөҙәрис ҡыҙы. – Ул ваҡытта Яңы Ҡайпанда балалар баҡсаһы юҡ ине. Шуға уҡыусыларым бер-береһен һағынып, юҡһынып килгәндер мәктәпкә. Әкиәт донъяһы булды ғүмеремдең ул осоро. Кейәүгә сыҡҡансы Ҡайпанға йәйәүләп төшә инем. Бер көн, юлда Ҡыш бабайҙы осраттым, тим балаларға. Ҡайһы бала яҡшы уҡый, шуның парта аҫтына бүләк һалырмын, тине, тим. Былар тырышып уҡый башланы, көн дә парта аҫтын ҡарайҙар. Яңы йыл етәрәк, уйынсыҡтар-күстәнәстәр һатып алдым да, һәр береһенең парта аҫтына һалып сыҡтым. Иң ныҡ шатланғаны Фәнис булды. Барыһы ла һөйөнгәндер, әлбиттә. Ләкин Фәнистең шатлығы бар донъяға түгелеп китә ине, йөҙөнә, күҙенә, бар булмышына сыға ине. Бер генә ҡыҙ бит инде, уға заколка ла ҡыҫтырҙым. Фәнис аптырай, Ҡыш бабай хатта Зилиәнең ҡайҙа ултырғанын да белгән, хәтәр икән был Ҡыш бабай, уға бит бер ҙә машина һалмаған, ти. Шунан үҙенсә һығымтаға килеп, ә, ҡыҙҙар рюкзагынан таныған инде Ҡыш бабай, тигән булды. Шундай күҙәтеүсән һәм сабыйҙарса сафлыҡ бар ине ул балаларҙа. Яңы йыл кисәһендә клоун булып йөрөгән Фәнисте күҙ алдына килтерәм дә, көлкөм дә килә, уйланам да... Тик ул клоун булманы, Фәнис тәү ҡарашҡа ғына шулай шуҡ булғандыр, ә ул шаянлыҡ артында күпме һағыш, күпме һыҙланыуҙар ятҡанын ул үҙе генә белгәндер. Шуҡлығы уның, бәлки, битлеге-ҡабырсағылыр, эсендәге ысын кисерештәрен йәшерер өсөн. Тәү ҡарашҡа ҡурҡмаҫ һәм мәҙәк Үлмәҫбай- Василий Теркин кеүек күренһә лә, мин уны аса барған һайын уның оло йөрәкле ысын “мужик һәм брат” икәненә төшөнәсәкмен. - Мөнир ҠУНАФИН