Тыуған еребеҙ ауыр һынау алдына килеп баҫҡанда халыҡ араһынан ысын геройҙар ҡалҡып сыға. Илем, халҡым тип йән атҡандар хаҡында даими яҙып барабыҙ. Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ – махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән Хәмзә хәҙрәт Хафизов. – Үҙегеҙ менән таныштырып үтһәгеҙ ине. Дини белемде ҡасан алдығыҙ? Махсус хәрби операцияға тиклем ҡайҙа эшләнегеҙ? – 1962 йылдың 12 февралендә Хәйбулла районының Вәлит ауылында тыуғанмын. Ауылымда һигеҙ класс белем алып, күрше Сиҙәм ҡасабаһында интернатта уҡыным. 1979 йылда мәктәпте тамамлап, шул уҡ ҡасабала тракторсылар курсына уҡырға индем. 1980 йылдың май айында әрмегә алдылар. 1982 йылда, хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Хәйбулла районының Подольск ҡасабаһында геология разведкаһында эшләнем. Көҙ көнө Баймаҡ районының Мерәҫ ауылына күсеп килдек. Электрикка уҡып алдым. 1985 йылда Мерәҫ ауылы ҡыҙы Рәхилә Ғиниәт ҡыҙы менән тормош ҡороп ебәрҙек. Апрель айында бергә йәшәүебеҙгә – 37 йыл. 1986 йылда Себергә, Когалым ҡалаһына, эшкә киттем, ғаиләмде лә күсерҙем. Бер урында 26 йыл эшләп, 2012 йылда хаҡлы ялға сыҡтым. Ҡыҙыбыҙ шунда балалар баҡсаһында йөрөп, мәктәптә уҡып, кейәүгә сығып тороп ҡалғайны, элекке йыл Башҡортостанға күсеп ҡайттылар. Ә үҙебеҙ Мерәҫ ауылында йәшәйбеҙ. Себерҙә йәшәгәндә үк, намаҙға баҫып, Когалым мәсетендә алмаш мулла булып эшләй башланым. Кешеләр аша белешеп, Өфөләге Рәсәй Ислам университетында алты йыл мәҙрәсәлә уҡыным. 2013 йылдан ауыл мәсетенең имам-хатибы булдым. Диплом алғандан һуң Башҡортостан Диниә назараты Баймаҡ районына имам-мөхтәсиб итеп ҡуйҙы. 2015 йылда Башҡортостан Диниә назаратының Урал аръяғының ахуны итеп тәғәйенләнеләр. Мин Мәскәү ҡалаһында уҡып йөрөй инем. Шул ваҡытта съезд булған, үҙем булмаһам да, тауыш биреп, мине һайлап ҡуйҙылар. Учалы, Белорет, Әбйәлил, Бөрйән, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр һәм Ейәнсура райондарында 300-ләп мәсет. Шуларға 2019 йылға тиклем куратор булдым. Мерәҫ ауылында имам-хатип булып йөрөгәндә, 2012 йылда мәсет һала башланыҡ. Иҫке мәсеттең манараһы, нигеҙе серегән, алыштыра башлаһаң шул уҡ сығымдар китер ине. Был аҡсаға яңынан төҙөү хәйерлерәк тип, хәләл ефетем менән кәңәшләшеп, яңы мәсет төҙөргә булдыҡ. – Дингә баҫыуығыҙға кем йә нимә сәбәпсе булды? – Дингә баҫыуым ошонан ғибәрәт булды. 90-сы йылдар аҙағы, 2000 йылдар башында өләсәйем мәрхүмә, ул Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан ине, “Балалар, берегеҙ ҙә дингә баҫмай. Һеҙҙең ҡартатайҙарығыҙ бөтәһе лә диндә булды, мулла, хатта ишан дәрәжәһенә барып еткәндәр. Мәсеттәр төҙөнөләр, хаж ҡылдылар”, – тине. Был һүҙҙәр, әлбиттә, зитыма тейҙе. Шулаймы әле, ҡасан ураҙа була, тип белештем дә өләсәйем менән ураҙа тотоуҙан башлап алып киттем. Шул ваҡыттан алып иман юлын һайланым, әлхәмдуллиләһ рәббилғаләмин. – Ни өсөн һәм нисек хәрби операцияға барырға ҡарар иттегеҙ? Махсус хәрби операцияла һеҙҙең эшмәкәрлек нимәнән ғибәрәт? – Былтыр февраль аҙағында махсус хәрби операция иғлан ителгәс тә Рәсәй мосолмандарының баш мөфтөйө Шәйхул ислам Тәлғәт Сафа Тажетдин хәҙрәткә мине Донбассҡа хәрби имам итеп ебәреүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттем. Май аҙағында төнгө сәғәт 12 тирәһендә миңә мөфтөй хәҙрәткә шылтыратырға ҡуштылар. Шылтыратһам, ул әле йоҡламаған һәм миңә тура һорау бирҙе: “Донбассҡа бараһыңмы?” Әлбиттә, шунда уҡ ризалаштым. Иртәгәһенә Өфөгә юлландым. Буласаҡ батальон, рота командирҙарын, христиан дине әһеле отец Викторҙы һәм мине республика Башлығы Радий Фәрит улы ҡабул итте һәм һөйләшеү үткәрҙе. Шунан һуң Алкин ҡасабаһында тәүҙә Шайморатов, һуңыраҡ Доставалов батальондары төҙөлдө. Беҙ Тоцк һәм Мулино полигондарында улар менән хәрби күнекмәләргә йөрөнөк. Унан батальондар Украина яғына сыҡҡас, беҙ ҙә юлландыҡ. Беҙҙең бурыс – һалдаттар араһында дини хеҙмәт алып барыу. Учебка ваҡытында уҡ йома намаҙҙары үткәреп, башҡа дини мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе башланыҡ. Ә махсус хәрби операция барған ерҙә дини эште тағы ла көсәйтергә тура килде, сөнки беҙҙең батальон егеттәре бөтәһе лә тиерлек алғы һыҙыҡта, оборонала булдылар, тактик һөжүм дә алып барҙылар. Нәҡ шул ваҡытта беҙ уларға рухи йәһәттән терәк булырға тырыштыҡ, дингә килегеҙ, намаҙ уҡығыҙ, Аллаһы Тәғәләнән генә ярҙам һорағыҙ, тип аңлаттыҡ. Яугирҙәргә бетеүҙәр, бәләкәй генә итеп эшләнгән доғалыҡтар алып барып тараттым. Бер нисә тапҡыр ҡорбан да салдыҡ. – Хәрбиҙәргә был ярҙам нисек тәьҫир итә? – Выжданым ҡушыуы буйынса үҙебеҙҙең һалдаттар менән бергә булырға тейешмен, тип ҡарар иттем, сөнки мин – имам. Улар яҡындарына имен-һау әйләнеп ҡайтһын өсөн доға ҡылырға тейешмен. Әлбиттә, беҙ барғанға шул тиклем ҡыуандылар. Алкинда шайморатовсылар алдында отец Виктор Иванов менән сығыш яһаныҡ. “Беҙ һеҙҙең эргәгеҙҙә буласаҡбыҙ”, – тинек. “Был бик яҡшы, һеҙҙе көтәбеҙ”, – тинеләр. Әлбиттә, махсус хәрби операция биләмәһенә барғас, улар менән күрештек, алғы һыҙыҡҡа тиклем барып еттек. Улар шул тиклем ҡыуанды. Аят уҡып, доғалыҡтар, бетеүҙәр таратып, аҙағында ҡурай уйнап хушлаштыҡ. “Тағы ла киләһегеҙме?” тип һорайҙар. Беҙ ҡайтмайбыҙ, һеҙҙең эргәлә булабыҙ, тигәс, бик ҡыуандылар. Фото төшөп, интернетҡа һалғандар ине, туғандарынан да бик күп рәхмәт һүҙҙәре килде. Беҙ унда уларға кәрәкбеҙ, сөнки Аллаһ Тәғәләнән башҡа берәү ҙә ярҙам итмәй, тип даими рәүештә киҫәтеп торабыҙ. Уларҙы дингә, рухи ныҡлыҡҡа өндәйбеҙ. – Элек-электән һәр быуатта ла һуғыштар булып торған. Был хаҡта Ҡөрьән Кәримдә ни әйтелә? Һуғышты беҙ нисек ҡабул итергә тейеш? Илһөйәрлек тураһында ниҙәр әйтерһегеҙ? – Эйе, һәр заманда ла һуғыштар булып торған. Был – Аллаһы Тәғәләнән ебәрелгән һынау. Күп кеше динде ҡабул итмәй, аяттар уҡытыу менән генә сикләнә. Аллаһы Тәғәлә әйтә: “Мин һеҙҙе һуғыштар, аслыҡ, ҡоролоҡ менән һынармын. Һәм һеҙҙең яҡындарығыҙҙы алырмын”. Беҙ Аллаһы Тәғәләнең әйткәндәрен үтәп еткермәйбеҙ. Шуның өсөн дә бөгөнгө көндә һуғышты һынау итеп ҡабул итергә тейешбеҙ. Ә бөгөн, Рәсәйҙең баш мөфтөйө Шәйхул ислам Тәлғәт Сафа Тажетдин хәҙрәт әйтеүенсә, беҙ дәджәлгә (антихрист) ҡаршы һуғышабыҙ. Ул ҡиәмәт көнө етер алдынан сығасаҡ тиелә. Бәлки, дәджәл сыҡмағандыр, ләкин уның билдәләре яйлап күренә башланы. Көнбайыштан тәртипһеҙлек, әхлаҡһыҙлыҡ килә. Улар Ер йөҙөндә бөтә халыҡты ҡурҡытып, үҙҙәренә буйһондороп, әхлаҡи нормаға тура килмәгән ҡанундарын индерергә тырыша. Әйтәйек, беҙҙәге традицион ғаилә – ул ир, ҡатын һәм балалар, ә уларҙа ундай нәмә юҡ тип әйтерлек. Шундай әшәкелекте улар беҙгә индерергә тырыша. Шуға ҡаршы көрәшәбеҙ һәм Аллаһы Тәғәлә беҙҙең менән риза булыр. Вафат булған һалдаттарыбыҙ барыһы ла шаһит хөкөмөндә булыр, амин Иншаллаһ. Илһөйәрлек Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙисендә бик матур итеп сағылдырыла. “Хуббуль ватан миналь иман” тиелә, “Ватанды һөйөү һәм уны яҡлау – имандың бер шарты”, тип тәржемә ителә. Тимәк, бөгөн Тыуған илебеҙҙе ана шул шайтандарҙан һаҡларға тейешбеҙ. Был – Аллаһы Тәғәләнән бирелгән оло һынау. Ул беҙгә генә ҡағылмай, бөтә Ер шары халҡына ҡағыла. Бөтә донъя Рәсәйгә ҡарап тора, сөнки Рәсәйҙән башҡа был аламалыҡ менән көрәшкән бер ниндәй ҙә ил юҡ. Беҙ уларға, Иншаллаһ, бирешмәҫбеҙ. - Рүзилә ИҪӘНБАЕВА