Яҙҙың икенсе айы – апрель етеү менән ваҡытлы матбуғат саралары яуаплы һәм ҡыҙыу осорға аяҡ баҫа: йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу башлана. Ғәҙәттә, тап ошо осорҙағы яҙылыу кампанияһы ауырыраҡ, ҡатмарлыраҡ үтә. Ер ҡарҙан әрселеү менән күптәр баҡса, төҙөлөш мәшәҡәттәренә сума, алда торған оҙайлы йәйге ялға әҙерләнә башлай. Хужалыҡтар крәҫтиәндең изге бурысына – сәсеү эштәренә тотона. Иң тоғро дуҫтарыбыҙ һаналған уҡытыусылар уҡыу йылын лайыҡлы тамамлау, Берҙәм дәүләт имтихандарын тейешле кимәлдә уҙғарыу хәстәре менән яна. Донъя күләмендәге ҡатмарлы хәлдәр ҙә уйландыра... Ошо һәм башҡа сәбәптәр матбуғаттың тиражында ла сағылыш тапмай ҡалмай, әлбиттә. Шуға күрә йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһына бер аҙ борсолоп та, билде биштән быуып, ең һыҙғанып эшләргә кәрәклекте аңлап та аяҡ баҫабыҙ. Кемдер берәү “бынауындай болғауыр заманда гәзиткә яҙылыу ҡайғыһымы” тип әйтеүе лә ихтимал. Әммә, киреһенсә, тап бөгөн, интернет селтәрендәге мәғлүмәти һуғыш ҡыҙғ