Яҙҙың икенсе айы – апрель етеү менән ваҡытлы матбуғат саралары яуаплы һәм ҡыҙыу осорға аяҡ баҫа: йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу башлана. Ғәҙәттә, тап ошо осорҙағы яҙылыу кампанияһы ауырыраҡ, ҡатмарлыраҡ үтә. Ер ҡарҙан әрселеү менән күптәр баҡса, төҙөлөш мәшәҡәттәренә сума, алда торған оҙайлы йәйге ялға әҙерләнә башлай. Хужалыҡтар крәҫтиәндең изге бурысына – сәсеү эштәренә тотона. Иң тоғро дуҫтарыбыҙ һаналған уҡытыусылар уҡыу йылын лайыҡлы тамамлау, Берҙәм дәүләт имтихандарын тейешле кимәлдә уҙғарыу хәстәре менән яна. Донъя күләмендәге ҡатмарлы хәлдәр ҙә уйландыра... Ошо һәм башҡа сәбәптәр матбуғаттың тиражында ла сағылыш тапмай ҡалмай, әлбиттә. Шуға күрә йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһына бер аҙ борсолоп та, билде биштән быуып, ең һыҙғанып эшләргә кәрәклекте аңлап та аяҡ баҫабыҙ. Кемдер берәү “бынауындай болғауыр заманда гәзиткә яҙылыу ҡайғыһымы” тип әйтеүе лә ихтимал. Әммә, киреһенсә, тап бөгөн, интернет селтәрендәге мәғлүмәти һуғыш ҡыҙғандан-ҡыҙа барған, күптәр ялған мәғлүмәтте дөрөҫлөктән айыра алмаған, халыҡтың аңын томалау өсөн уйҙырма өҫтөнә уйҙырма уйлап сығарылып, интернет тултырып таратылған заманда, баҫма матбуғаттың, ташҡа баҫылған һүҙҙең баһаһы ла, бәҫе лә арта бара. Ил, донъя ниндәй генә ауыр осорҙар кисергән мәлдә лә дәүләтселек сәйәсәтенә таянған, халыҡты әхлаҡи йәһәттән тәрбиәләүҙе, рухын нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуйған рәсми баҫмалар үҙ асылына тоғро ҡала, уҡыусыларына ышаныслы, дөрөҫ мәғлүмәт еткереүҙе төп бурыс тип һанай. Күптән түгел йәш эшҡыуар Тимерғәле Ураҙғоловтың махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау менән бергә республика баҫмаларын, шул иҫәптән “Башҡортостан” гәзитен дә алып барыуы тураһында хәбәр иткәйнек. “Һуғыш хәрәкәттәре барған биләмәлә интернет ҡулланыу хәүефһеҙ түгел, шуға күрә яугирҙәр күп осраҡта яңылыҡтарҙы, республикала нимә барғанын белмәй. Беҙ ошоно күҙ уңында тотоп, уларҙың хәрби көндәлек тормошон бер аҙ күңеллерәк итергә булдыҡ һәм “Башҡортостан”, “Йәшлек” республика баҫмаларының яңы һандарын алып барҙыҡ. Бындай посылкаға егеттәр, туғандарын һәм яҡындарын күргәндәй, шатланды”, - тип уртаҡлашты Тимерғәле. Ул төшөргән видеояҙмала башҡорт яугирҙәренең “гәзиттәрҙең буяу еҫе өй мөхитенә, Башҡортостанға алып ҡайтҡандай булды” тип, “Башҡортостан” менән “Йәшлек”те ҡулдан-ҡулға йөрөтөп ҡарауҙарын, уҡыуҙарын күреп, беҙҙең дә күңел булды. Бына ҡайҙа беленә баҫма матбуғаттың ҡиммәте һәм ҡөҙрәте! Был изге башланғысты артабан да дауам итергә, башҡорт батальондарына даими рәүештә тыуған яҡ сәләме итеп “Башҡортостан” гәзитен, шулай уҡ башҡа милли баҫмаларҙы ебәреп торорға килештек. Барҙың ҡәҙере юҡ көнөндә беленә, ти халыҡ әйтеме. Бөгөн республикабыҙҙа алты телдә төрлө баҫмалар нәшер ителә. Улар туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү, милләт-ара татыулыҡты нығытыу, берҙәмлек, илһөйәрлек кеүек изге ҡиммәттәр тәрбиәләү эшенә лә тоғро хеҙмәт итә. Булғандың ҡәҙерен беләйек, милли матбуғатыбыҙҙы һаҡлайыҡ. Был йәһәттән һеҙгә ышаныс менән бағабыҙ, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ! Ә беҙ үҙ маҡсатыбыҙға һәм бурысыбыҙға – һеҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы гәзит сығарыу, республикабыҙҙың һәм халҡыбыҙҙың көнитмешен яҡтыртыу, ҡатмарлы мәсьәләләрҙә дөрөҫ йүнәлеш күрһәтеү, иң мөһиме – дөрөҫлөккә таянған мәғлүмәт биреү эшенә тоғро ҡаласаҡбыҙ.