Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә пост ҡалдырҙы. Ул “Башкирэнерго” компанияһына ҡағылды. “Беҙҙең ышаныслы партнерыбыҙ – “Башкирэнерго” компанияһы 2022 йылда электр селтәрҙәренә технологик тоташтырыу буйынса хеҙмәттәр сифаты рейтингында беренсе булды. Етмәһә, ул номинацияларҙың һәр береһендә лә, интеграль күрһәткес буйынса ла – илдең 53 ҙур төбәк селтәр компаниялары һәм төбәк-ара компаниялары филиалдары араһында ла лидер. Ябайлаштырып әйткәндә, килешеү төҙөүҙән алып селтәрҙәргә туранан-тура тоташтырыуға тиклемге ваҡыт – Рәсәйҙә иң ҡыҫҡаһы. Мәҫәлән, 15-150 кВт ҡеүәтле (ә был, ҡағиҙә булараҡ, бәләкәй һәм урта бизнес) селтәрҙәргә технологик тоташтырыу – 40 көндән аҙыраҡ. Был – Стратегик башланғыстар агентлығы билдәләгән илдәге иң яҡшы тәжрибәләрҙең береһе. Ни өсөн был бик мөһим? Энергетика инфраструктураһынан тыш биләмәне, уның инвестиция ҡеүәтен үҫтереү мөмкин түгел. Селтәрҙәргә тоташтырыу мәсьәләләрен һәр “Инвестиция” һәм “Сәнәғәт” сәғәтендә тиерлек тикшерәбеҙ. Эш