Яҙҙың иртә килеүе сәбәпле быйыл талпандар йылдағыға ҡарағанда иртәрәк уянды. Апрелдең тәүге көндәрендә табиптарға ҡан эскес бөжәк эләктергән иллеләп кеше мөрәжәғәт иткән, улар араһында балалар ҙа бар. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда зыян күреүселәр һаны һигеҙ тапҡырға артҡан. Йыл һайын табиптарға талпан ҡаҙалыуға бәйле 10 меңдән 20 меңгә тиклем кеше мөрәжәғәт итә. Иң ҡурҡынысы – талпандар сәләмәтлеккә ҙур хәүеф менән янаған сирҙәрҙе таратыуы ихтимал. Шулар иҫәбендә – талпан энцефалиты һәм боррелиоз (Лайм сире). Статистикаға ярашлы, талпан тешләгән 100 кешенең унауһында энцефалит осрағы асыҡлана. Сир үҙәк нервы системаһын зарарлай. Бәләкәй генә ҡан эскес бөжәк арҡаһында кешене фалиж һуғыуы, ул ғүмерлеккә инвалид булып ҡалыуы, хатта үлеүе бар. Былтыр табиптар Башҡортостанда талпан энцефалиты йоҡтороуҙың 28 осрағын асыҡланы, был алдағы йылға ҡарағанда 12 осраҡҡа күберәк. Сирләүселәрҙең етәүһе – 17 йәшкә тиклемге балалар. Күңелһеҙ осраҡтар республиканың ун районында теркәлгән. Зыян к