20 йылдан ашыу Дәүләкән ҡалаһының 4-се лицейында технология фәненән уҡытҡан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Валерий Шәрәфетдинов уҡыусыларын ябай сувенирҙарҙан алып, ҡатмарлы музыка ҡоралдарына тиклем эшләргә өйрәтә. Уҡытыусының дөйөм педагогия стажы 40 йыл. Балалар менән берлектә башҡарған думбыра, скрипка, ҡурай ҡарап тороуға ғына матур түгел, бына тигән тауыштар, моң сығанағы ла. Һәләтле уҡытыусы үҙенең уҡыусыларының уңыштары менән дә ғорурлана. Бөтә Рәсәй олимпиадаларында республика кимәлендә генә түгел, һуңғы йомғаҡлау этабында ла еңеүсе, призер исемдәрен яулайҙар. Мәҫәлән, 2021 йылда бер уҡыусыһы еңеүсе, икенсеһе призер булған. Мәҫәлән, 10-сы класс уҡыусыһы Егор Михайлов скрипка яһап, быйыл республика кимәлендәге олимпиадала призер булған. Әйткәндәй, Егор музыка мәктәбендә лә уңышлы шөғөлләнә. Ағас эше менән шөғөлләнгән һайын тәжрибә менән бергә оҫталыҡ та арта. Тағы ла бер уҡыусыһы Кирилл Пащенко стенаға элеп ҡуйырға яҡтыртҡысты думбыра формаһында эшләг
Думбыраны ла, скрипканы ла уҡыусылары менән эшләгән
14 апреля 202314 апр 2023
1 мин