Изге айҙа изге ғәмәлдәр башҡарыусыларҙың күп булыуы хуплауға лайыҡ. Юҡҡамы ни, изгелек ҡылырға ашығығыҙ, тиелә хәҙистәрҙә лә. Хәйбулла районының Өфө ауылында йәшәгән изгелекле кешеләр быны яҡшы аңлай. Урындағы магазинда «Изгелек кәштәһе» булдырғандар. Мөмкинлеге булған һәр кеше был кәштәгә ризыҡ йә әйбер һалып, ә мохтаждар үҙҙәренә кәрәкле әйберҙе бушлай алып китә ала.– Изге Рамаҙан айы башланыу менән Өфө ауылының «Ләйсән» магазинында «Саҙаҡа кәштәһе» эшләй башланы. Былтыр ағинәйҙәр башлап ебәргән изге эште ауылдаштарыбыҙ дәррәү күтәреп алған ине. Флүрә һәм Зөфәр Солтановтарҙың магазинында ойошторолған «Саҙаҡа кәштәһе» ай буйына эшләп торасаҡ, - тип хәбәр ителә ауыл төркөмөндә. Фото: "Уфимка ауылы" төркөмәнән.