Быйыл Башҡортостан ғалимдары тарафынан Рәсәй фән фонды гранттарында ҡатнашыр өсөн 19 заявка ебәрелгән, шуларҙың дүртеһе төбәк республика тарафынан хуплау алды. Совет рәйесе, Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин һүҙҙәренсә, лайыҡ тип табылған проекттар төбәктең Фән һәм мәғариф министрлығы ҡарамағына тапшырыла. Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә, былтыр фәнни-белем биреү үҙәгенең биш фәнни проекты грантҡа лайыҡ булғайны. Уларҙың икеһе тулыһынса республика ярҙамы менән тормошҡа ашырыла. “Евразия фәнни-белем биреү үҙәге ғалимдары проекттарын үҫтереү маҡсатында 2021 йылда Рәсәй фән фонды менән хеҙмәттәшлек итеү мҡсатында килешеү төҙөнөк һәм ошо нигеҙҙә ғалимдарыбыҙҙың өҫтөнлөклө йүнәлештә башҡарған эштәре грант алыуға ышанысы күберәк”, - тип билдәләп китте ултырышта Максим Забелин. Өҫтөнлөклө йүнәлеш тигәндән, мәҫәлән, былтыр ауыл хужалығы өсөн ДНК-маркер табыу, сифатлы яғыулыҡ, эҫене үткәрмәй торған ҡапламалар буйынса проекттар үткән булған. Улар буйынса отчеттар совет ултырышында ҡәнәғәтләндерерлек тип табылды. Фото: Башҡортостан Башлығының социаль селтәрҙәге рәсми сәхифәһенән алынды.