Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өфөлә башҡорт ырыуҙары башлыҡтарының беренсе ҡоро асылды

Башҡорт ырыуҙары башлыҡтарының беренсе ҡоро Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Съезд Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы инициативаһы һәм ярҙамы менән уҙғарыла. - Ике йылда беҙ башҡорт ырыуҙарының өс тиҫтәгә яҡын ҡорон үткәрҙек. Улар үҙ әһәмиәтлелеген асыҡланы, етәкселәрен һайланы. Бөгөнгөһө – үҫештең артабанғы баҫҡысы. Ырыуҙарҙың үҙ-ара аралашыуы, тәжрибә уртаҡлашыуы бик мөһим. Бергәләп яңы үрҙәргә лә менербеҙ тип уйлайым, - тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов. Халыҡтың уртаҡ һорауҙарын хәл итеү өсөн берҙәм майҙансыҡтың кәрәклеге тураһында әйтелде кәңәшмәлә. Түңгәүер ырыуы башлығы Хөрмәтулла Үтәшев стратегик үҫеште асыҡлау өсөн боронғо традицияның бөгөн дә актуаллеген билдәләне. - Түңгәүер ырыуы үҙ ҡоронда үҫеш юлдарын һәм пландарын билдәләне. Бындай йыйынды башҡа ырыуҙар ҙа үткәрҙе. Хәҙер артабан берҙәм майҙансыҡта кәңәш ҡорорға кәрәк. Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнау етмәй, киң масштаблы проекттарҙы башҡарыр өсөн берҙәмлек кәрәк. Йәшел үләнгә аяҡ баҫҡас йыйылып һөйләшеү - борондан ҡалған йола, - тине Хөрмәтулла Үтәшев. Башҡорт ырыуы башлыҡтары кәңәшмәлә Совет һайланы һәм уның етәксеһе итеп Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аҡһаҡалы Вельмир Аҙнаев тәғәйенләнде. Ул үҙ программаһын тәҡдим итеп, әлеге эштең 1990 йылдарҙа башланған йәмәғәт эшенең дауамы булып тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ырыу башлыҡтары яңы ойошманың нигеҙен тәшкил итеүсе документтарҙы – Башҡорт ырыуҙары советы тураһында положениены һәм Башҡорт ырыуҙары ойошмаһы һәм эшмәкәрлеге тураһында положениены ҡараны һәм раҫланы.