12 апрель, Космонавтика көнөндә, “Беренселәр хәрәкәте” Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте “Беҙ – Рәсәй граждандары!” Бөтә Рәсәй акцияһының старт алыуы тураһында белдерҙе. Уның сиктәрендә уҡыуҙа, ижад өлкәһендә, спортта, йәмәғәт эшендә алдынғылар тәүге паспортын тантаналы шарттарҙа аласаҡ. Ямал Ненец автономиялы округынан, Алтай крайынан, Дағстан, Татарстан республикаларынан, Калининград, Әстрхан, Новосибирск, Тула, Ырымбур өлкәләренән һәм Мәскәүҙән уҡыусылар был акцияның тәүге ҡатнашыусылары булған да инде. “Беренселәр хәрәкәте” республика ойошмаһының рәйесе Ранис Хәсәнов билдәләүенсә, “Беҙ – Рәсәй граждандары” акцияһы бик мөһим сара – ул белемде тәрәнәйтә һәм Рәсәй гражданы булараҡ үҙеңә мөнәсәбәтте үҙгәртә. - Церемония мәлендә үҫмерҙәр илебеҙҙең гимнын башҡара, ил гражданының антын ҡабатлай. Паспорт бирелгәндә билдәле кешеләрҙең ҡатнашыуы бик әһәмиәтле. Йәш быуынды илһөйәрлеккә өйрәтергә кәрәк тип уйлайым, - тине Ранис Хәсәнов. - 14 йәшлек уҡыусыларға тәүге паспорттарын тапшырыу күптә
Башҡортостандың иң яҡшы уҡыусылары тәүге паспортты тантаналы шарттарҙа аласаҡ
13 апреля 202313 апр 2023
1 мин