Башҡортостанда 17 апрелдән 15 майға тиклем янғынға ҡаршы махсус режим индерелә. Республика Башлығының был туралағы бойороғо 11 апрелдә хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Республиканың башҡарма власть органдарына, урындағы үҙидара органдарына янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса саралар комплексын тормошҡа ашырырға тәҡдим ителде. Усаҡ яғыу, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге, төбәк әһәмиәтендәге айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләрендә, запастағы ерҙәрҙә, юл буйҙарында, йылға һәм күл зоналарында, ҡала һәм ауыл биләмәләре, коммерцияға ҡарамаған баҡса һәм йәшелсә ширҡәттәре, предприятие һәм ойошмалар, сүплектәр һәм полигондар территорияларында янғын хәүефе тыуҙырған эштәр уҙғарыу тыйыла. Тораҡ пункттар биләмәләрендә, баҡсасылыҡ һәм коммерцияға ҡарамаған ширҡәттәрендә, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә янғын хәленә даими мониторинг ойошторорға, янғын хәлен контролдә тотоу, тәбиғи янғындарға бәйле ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуыу хәүефенә иғтибар итеү, асыҡ ут сығанаҡтарын асыҡлау һәм оператив һүндереү буйынса саралар күреү маҡсатында муниципаль берәмектәрҙең патруль-маневр төркөмдәренең һөҙөмтәле эшен тәьмин итергә кәрәк. Янар ҡалдыҡтарҙы, сүп-сарҙы, ҡоро үләнде, япраҡтарҙы махсус бүленгән майҙансыҡтарға, контейнерҙарға йәки тоҡтарға йыйырға кәрәк. Граждандарҙың ял итеү урындары, баҡсасылыҡ һәм коммерцияға ҡарамаған ширҡәттәре биләмәләре буйлап янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙоуға юл ҡуймау өсөн рейдтар, янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәүҙе контролдә тотоу, хоҡуҡҡа ҡаршы ғәмәлдәрҙе бөтөрөү өсөн төндә янғынға сыҙамлығы түбән торлаҡ йорттар тығыҙлығы юғары булған райондарҙа автомобилдәрҙә патруллек итеүҙе ойошторорға кәрәк. Халыҡ менән туристик төркөмдәргә ҡараған урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәү буйынса аңлатыу эштәре алып барылырға тейеш. Фото: "Башинформ".