Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сәсмәнең иһә яҙ көнө, ни йыйырһың көҙ көнө?

Борай районында яҙғы баҫыу эштәре дәррәү башланды. “Колос”, “Победа” хужалыҡтары “Ғабдуллина”, “Ғәйфетдинова”, “Шакиров”, “Яҡупов”, “Ғайсин” крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ужымдарҙы туҡландырыуға, дым ҡаплатыуға, күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыуға тотондо. Һәр хужалыҡ һауа шарттарына яраҡлашып, баҫыу эштәрен ваҡытында башҡарырға ниәтләй. “Ғәйфетдинова” крәҫтиән-фермер хужалығы механизаторҙары Иҫке Бикмәт ауылы янындағы баҫыуға сыҡты. Тракторсы Данис Сәфәров, Радик Фәйезов, Рәфит Тимерйәнов дым ҡаплатыуҙа эшләй. – “Томан” ашлама һиптереү агрегаты ярҙамында бер гектарга 150 килограмм иҫәбенән ерҙәрҙе ашлайбыҙ. Көндәр матур торһа, тиҙ арала эште тамамларға уйлайбыҙ, – ти хужалыҡ идарасыһы Рөстәм Шаһиәхмәтов. Ашлама һиптереүҙә Рөстәм Зиннуров эшләй. К-700 тракторы менән Илмир Ғилемйәнов ашлама сығара. –Быйыл ҡыр эштәре иртәрәк башланды. Һауа торошо ҡулай килеп, сәсеүҙе лә ваҡытында тамамларға яҙһын, – тип теләй улар. Механизаторҙар, уҙған йылдағы кеүек, тәүге көндән ике сменаға бүленеп эшләй.Туңға һөрөлгән ерҙәрҙә дым ҡаплатыу көндән-көн арта. Сәсеүгә төшөр алдынан тупраҡты эшкәртеүҙең ни тиклем әһәмиәтле булыуын “Яҡупов” крәҫтиән-фермер хуҗалығы етәксеһе Ринаф Яҡупов яҡшы белә. Дүсмәт ауылы баҫыуҙарында дым ҡаплатыу тулы ҡеүәтенә бара. “Победа” егеттәре лә эшкә берҙәм тотондо. Антон Зәйруллин һәм Артем Шакирйәнов Кузбай ауылы янындағы көҙҙән һөрөлгән баҫыуҙарҙа дым ҡаплатыуҙа эшләй. Ауыл кешеһе өсөн иң яуаплы осор башланды. “Яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра”, “Яҙҙың йәме сәскә менән, көҙҙөң йәме көлтә менән” тигән мәҡәлдәрҙең ни тиклем тапҡыр әйтелгәнен игенселәр яҡшы белә. Гөлназ Хужина. Борай районы. Автор фотолары.