Найти тему
Башҡортостан гәзите

Атай-олатайҙарыбыҙ һынатмаған

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктында илһөйәрлекте үҫтереү, тарихыбыҙҙы өйрәнеүҙе маҡсат итеп алған сара үтте. “Амантай” ижади үҙәге" автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы грант сиктәрендә әҙерләгән “Рәсәйҙең милли атлы ғәскәрҙәре. 1812 – 1814 йылдарҙағы Наполеон һуғышы дәүере” тип исемләнгән планшеттарҙы Башҡортостан Республикаһының Хәрби комиссары, полковник Михаил Блажевичҡа тапшырылды. – 2018 йылда беҙҙең ойошма ошондай планшеттар сығарыуға Рәсәй Федерацияһы Президенты грантын отто. Улар барлығы бер мең дана әҙерләнде. Һәм уҡыу йорттарына, мәктәптәргә, китапханаларға тәғәйенләнде. Бер өлөшөн республикабыҙҙың төрлө район, ҡала хәрби комиссариаттарына таратырға тигән ҡарар ҡабул ителде. Ошо маҡсатта бөгөн 40 планшетты алып килдек. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар үҙҙәренең тыуған төйәгенең тарихы менән ҡыҙыҡһынһын, өйрәнһен, белһен һәм халҡыбыҙҙың үткәне менән ғорурланһын тигән маҡсатта эшләнде был, – тип һөйләне ул. Хәрби тарихсы, Өфөнөң Фән һәм технологиялар университетының кафедра мөдире Рәмил Рәхимов та был сараның мөһимлеген атап: – Был планшеттар аша беҙ Рәсәй милли атлы ғәскәрҙәренең Наполеонды еңеүгә индергән өлөшөн сағылдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Билдәле булыуынса, был һуғышта Рус армияһы составында 20 башҡорт, ике мишәр, ике типтәр, дүрт ҡырым татары, өс ҡалмыҡ полкы батырҙарса һуғышҡан. Улар Парижға тиклем барып еткән. Шул иҫәптән башҡорт ғәскәрҙәре лә Уралдан Парижға тиклем юл үткән. Беҙ батырҙарыбыҙҙы оноторға тейеш түгел. Йәш быуын атай-олатайҙарының ҡаһарманлығы менән ғорурланып үҫһен, Рәсәйгә намыҫлы хеҙмәт итһен тигән маҡсатты ла ҡуйҙы әлеге хеҙмәтебеҙ, – тип һөйләне. Башҡортостан Республикаһының Хәрби Комиссары Михаил Блажевич был планшеттарҙың республиканың барлыҡ муниципаль берекмәләрендәге хәрби комиссариаттарға тапшырыласағын белдерҙе: – Хәрби комиссариаттарҙың төп эшенең береһе – илһөйәрлек тәрбиәһе биреү. Был планшеттар йәш быуын менән осрашыуҙар мәлендә ҡулланыласаҡ, – тине ул, рәхмәтен белдереп. Был проект өҫтөндә эшләгән команданы билдәләп үтеү ҙә мөһим. Улар: проекттың фәнни етәксеһе Азат Ҡужин, “Амантай” ижади үҙәге” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы етәксеһе Рафаэль Амантаев, тарих фәндәре кандидаттары Рәмил Рәхимов, Юлай Әбсәләмов. Әйтергә кәрәк, был ойошманың грант сиктәрендә алып барылған тәүге эше түгел. Автор фотолары.