“Башинформ” агентлығында алдан тауыш биреү буйынса матбуғат конференцияһы үтте. Унда “Берҙәм Рәсәй” партияһы башҡарма комитетының төбәк бүлексәһе етәксеһе Руслан Насретдинов Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыу өсөн 781 кеше ғариза биреүе, уларҙың 712-һе теркәлгән, ҡалғандары ҡаралыуы тураһында хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, алдан тауыш биреүҙә ҡатнашырға теләүселәрҙең 61,5 проценты – ир-егеттәр (480 кеше), 38,5 проценты – ҡатын-ҡыҙҙар (301 кеше), 35 йәшкә тиклемге йәштәр – 27,5 процент (215 кеше). Заявка биреүселәрҙең күпселеге партия ағзалары һәм яҡлылар. Партияһыҙ ҡатнашыусылар әлеге ваҡытта 174 кандидат, тағы 35 кеше – төбәк парламентының ғәмәлдәге депутаттары. Унда ҡатнашырға теләгән иң өлкән кандидат, депутат Валерий Шәриповҡа – 78, иң йәше, Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты Сәйет Дустаметовҡа 20 йәш. Башҡортостанда 27 апрелгә тиклем Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыу өсөн кандидаттар күрһәтелә. Тауыш биреү 2