Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитеты”ның төбәк бүлексәһе эшләй башланы

13 апрелдә Республика йортонда “Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитеты” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының төбәк бүлексәһенең беренсе ултырышы үтте. Ул дәүләт структуралары һәм йәмәғәт берекмәләре эшен координациялау өсөн ойошторолған. Йәмәғәт ойошмаһын булдырыу идеяһын Рәсәй Президенты Владимир Путин хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең әсәләре менән осрашыуҙа тәҡдим иткәйне. Кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин үткәрҙе. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың власть органдары алдына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға тейешле ярҙам күрһәтеү бурысын ҡуйыуы, ә яңы Комитет был эште һөҙөмтәлерәк башҡарырға мөмкинлек бирәсәге хаҡында хәбәр итте. – Беҙҙә был йүнәлештә ҙур, көслө команда бар. Бөтә бюрократик ҡаршылыҡтарҙы нисек бөтөрөү тәжрибәһе тупланған. Республикабыҙҙа бөтә башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу еңелерәк булыр, тип ышанам. Беҙ бергә эшләргә тейешбеҙ. Беҙҙең дөйөм бурысыбыҙ – хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү, – ти

13 апрелдә Республика йортонда “Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитеты” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының төбәк бүлексәһенең беренсе ултырышы үтте. Ул дәүләт структуралары һәм йәмәғәт берекмәләре эшен координациялау өсөн ойошторолған. Йәмәғәт ойошмаһын булдырыу идеяһын Рәсәй Президенты Владимир Путин хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең әсәләре менән осрашыуҙа тәҡдим иткәйне. Кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин үткәрҙе. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың власть органдары алдына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға тейешле ярҙам күрһәтеү бурысын ҡуйыуы, ә яңы Комитет был эште һөҙөмтәлерәк башҡарырға мөмкинлек бирәсәге хаҡында хәбәр итте. – Беҙҙә был йүнәлештә ҙур, көслө команда бар. Бөтә бюрократик ҡаршылыҡтарҙы нисек бөтөрөү тәжрибәһе тупланған. Республикабыҙҙа бөтә башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу еңелерәк булыр, тип ышанам. Беҙ бергә эшләргә тейешбеҙ. Беҙҙең дөйөм бурысыбыҙ – хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү, – тине Максим Забелин. Ойошманың республика филиалын хәрби офицерҙың ҡатыны Эльвира Мацкевич етәкләйәсәк. Ул Комитет эше сиктәрендә Башҡортостан ҡалаларына һәм райондарына барыу, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары менән осрашыу планлаштырылыуы хаҡында һөйләне. – Беҙҙең ойошма ғаиләләрҙең һорауҙарын еткерә һәм ауырлыҡтарҙы асыҡлай. Республикабыҙ активистары тулы системаны булдыра: психологик, юридик ярҙам күрһәтеү. Беҙҙә граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡабул итеүҙең берҙәм системаһы бар – ул беҙҙең социаль селтәрҙәрҙә асыҡ, – тине ул. Максим Забелин республика власы органдары менән үҙ-ара эш итеүҙе яҡшыртыу өсөн профилле ведомстволар һәм Ватан яугирҙәре ғаиләләре Комитеты араһында хеҙмәттәшлек буйынса килешеүҙәр әҙерләргә ҡушты. "Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитеты"ның төбәк бүлексәһе активы менән осрашыу үткәрҙек. Комитетҡа ярҙам итеү буйынса берлектәге план, власть органдары менән үҙ-ара эш итеү йүнәлештәре һәм алдағы саралар тикшерелде. Комитет махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеү дәүләт фонды менән бергә урынлашасаҡ. Бурыстар уртаҡ булғанлыҡтан, ғаиләләребеҙгә бер урында ярҙам алыу уңайлыраҡ буласаҡ. Комитет активы һәм бөтә республика активистары тулы ярҙам системаһын төҙөй: һорауҙарға яуап биреү, психологик, юридик, социаль ярҙам күрһәтеү. Бергә беҙ - көс!” – тип яҙҙы ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Фото: рәсми сығанаҡтан.