Өфөләге экологик форумда атмосфераға зарарлы матдәләр бүлеп сығарыуҙы кәметеү буйынса комплекслы планды үтәү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылды. Комплекслы план “Экология” милли проектының “Таҙа һауа” федераль проекты сиктәрендә раҫланған. Документҡа Рәсәй тәбиғәт ресурстары һәм экология министрының беренсе урынбаҫары, “Экология” милли проектының “Таҙа һауа” федераль проекты етәксеһе Константин Цыганов, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Светлана Радионова, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Башҡортостан сода компанияһының генераль директоры Эдуард Давыдов ҡул ҡуйҙы. Килешеү атмосфераға зарарлы матдәләр бүлеп сығарыуҙы кәметеү буйынса проекттарҙы ғәмәлгә ашырғанда үҙ-ара эш итеүҙе, ҡалдыҡтарҙы автоматик контролдә тотоу системаһын ҡуйыуҙы, Стәрлетамаҡта атмосфера һауаһының сифатын күҙәтеү системаһын үҫтереүҙе күҙ уңында тота. – 2023-2030 йылдарҙа тирә-яҡ мөхитте бысратыусы матдәләрҙең дөйөм кәмеүе 5 700 тоннанан ашыу тәшкил итәсәк, бы