Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә “Ашығыс экспорт ярҙамы” бригадаһы Өфө ҡалаһы предприятиеларында булды. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте. – Башҡортостандың экспортҡа йүнәлтелгән предприятиеларын эҙләү буйынса әүҙем эште дауам итәбеҙ. Бөгөнгө сәфәр сиктәрендә беҙҙең белгестәр эшҡыуарҙарға күрһәтелгән федераль һәм төбәк ярҙам саралары тураһында ентекләп һөйләне. Уларҙың һорауҙарын тиҙ арала хәл итергә һәм сит ил баҙарҙарына уңышлы сығыуға булышлыҡ итергә тырышасаҡбыҙ, – тип билдәләне Маргарита Болычева. Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр Һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы һәм Экспортҡа ярҙам үҙәге вәкилдәре “Башҡорт балы” ПЦ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (бал етештереү), “Яңы технологиялар” фәнни-производство предприятиеһы (нефть һәм газ сәнәғәте өсөн ҡорамалдар етеште