Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Продукция экспортын арттырырға кәрәк"

12 апрелдә конкуренцияға һәләтлелекте арттырыу тураһында килешеүҙәр төҙөүгә документтар ҡабул ителә башланы. Документтар ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренән (ауыл хужалығы кредит ҡулланыусылар кооперативтарынан тыш), продукция етештереүсе, эшкәртеүсе һәм уны экспортҡа һатыусы ойошмаларҙан һәм шәхси эшҡыуарҙарҙан ҡабул ителә. Килешеү агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлаусыларға йылына биш процент ставкаһы буйынса льготалы кредиттар алырға мөмкинлек бирәсәк. Продукция экспортсылары үҫемлекселекте, малсылыҡты һәм балыҡсылыҡты үҫтереүгә – бер миллиард һумға тиклем, ауыл хужалығы продукцияһын, дикоростарҙы эшкәртеүҙе үҫтереүгә һәм балыҡты, ҡыҫала кеүектәрҙе һәм моллюскыларҙы консервалауға биш миллиард һумға тиклем аҡса алыу хоҡуғына эйә. Һайлап алыуҙы Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы үткәрәсәк. – Бөгөн Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы күпселек йүнәлештәр буйынса халҡыбыҙ ҡулланғандан күберәк продукция етештерә. Артабан үҫешер өсөн продукция экспортын арттырырға кәрәк. Бөгөн беҙ һатыу баҙарын әүҙем эҙләйбеҙ, был - беҙҙең дуҫ илдәр. Экспорт тауарҙары ассортиментын киңәйтәбеҙ, улар контрагент илдәрҙең талаптарына яуап бирһен өсөн эшләйбеҙ. Был, әлбиттә, билдәле бер әҙерлек һәм сығымдар талап итә, беҙҙә әүҙем экспортсыларға ярҙам итеү ҡоралы бар, мәҫәлән, СПК килешеүе буйынса льготалы кредитлау. Документтар ҡабул итеү 2023 йылдың 8 декабрендә тамамлана, – тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Документтар ҡабул итеү 2023 йылдың 8 декабрендә тамамлана. Тулыраҡ РФ Ауыл хужалығы министрлығы сайтында ( на сайте). Был эшмәкәрлек Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектын (национальный проект "Международная кооперация и экспоорт") ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru