Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Электрон повесткалар хаҡында аңлаттылар

Рәсәй һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Дәүләт Думаһы депутаттары хәрби бурыслыларҙың берҙәм реестрын булдырыуҙы һәм электрон повесткалар эшләү тураһында ҡарар ҡабул иткәйне, ул хәрби иҫәпкә автоматик рәүештә ҡуйылыуҙы күҙ уңында тота. Яңы закон буйынса, хәрби бурысты үтәүгә йәше еткәндәргә, гражданлыҡ алған йәки йәшәү урынын алмаштырған осраҡта, хәрби комиссариатҡа иҫәпкә тороу өсөн унда барыу кәрәкмәй. – Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинетта кемдең ҡайҙа һәм ҡасан иҫәпкә ҡуйылыуы күренәсәк, – тип һөйләй Рәсәй һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министры Мәҡсүт Шадаев. – Ул кешенән бары тик мәғлүмәтте ҡарап барыу ғына талап ителә. Әгәр ҙә инде унда мәғлүмәттәр үҙгәрмәһә, шул уҡ хеҙмәт аша мөрәжәғәт итергә мөмкин. Улай ғына түгел, дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинетта кеше үҙенең ҡайһы хрби комиссариатта иҫәптә тороуын, бынан тыш, хеҙмәте кисектереүгә хоҡуғы бармы-юҡмы икәнен дә белә ала. Фото: manturovo-press.ru