Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостанда төҙөлөш йылдам бара

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда 2025 йылдың аҙағына хәтлем, эшкәртеү ҡеүәте 205 мең тонна булған ике объект (ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары) файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Рәсәй экология операторы 3,9 миллиард һумлыҡ ике объект төҙөүҙе хуплаған. Әйткәндәй, уның компанияның облигациялары иҫәбенә финанслауы күҙҙә тотола. Предприятиеға һалынған инвестиция күләме – 4,3 миллиард һум. Башҡортостан Хөкүмәте объектты төҙөү өсөн инвестор менән концессия килешеүе төҙөгән. – Комплекслы объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу һәр йәһәттән дә отошло, – тине Башҡортотан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. – Ул сүп-сар менән тулған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны проблемаһын юҡҡа сығарасаҡ, был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Экология" милли проектының уңышлы тормошҡа ашырылыуын күрһәтә. Объектты төҙөп файҙаланыуға тапшырыу срогы – 2025 йыл. Рәсәй экология операторы генераль директоры Денис Буцаев әйтеүенсә, Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн комплекслы объекттар төҙөләсәк. Рәсәй экология операторы финанслауҙы үҙ өҫтөнә алырға уйлай. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.