"Яңыраҡ Учалы районының Иҫтамғол ауылы халҡы махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан уландарына ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп матур осрашыу сараһы ойошторҙо.Осрашыуға әлеге ваҡытта яу ҡырындағы егеттәребеҙҙең ата-әсәләре лә саҡырылды. Егеттәрҙе клуб алдында икмәк, Мәккәнән килтерелгән зәм-зәм һыуы менән ҡаршылағандан һуң ифтар мәжлесе үткәрҙек. Яугир егеттәребеҙ менән осрашыуға ауылдың олоһо-кесеһе йыйылды, һәр береһе уларға оло ихтирамын, рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә теләне. Сара һуңында егеттәребеҙгә, уларҙың ата -әсәләре хөрмәтенә патриотик концерт ойошторолдо. Рәмил Ғимрановтың үҙе ижад иткән" Иҫтамғолом","Атай","Әсәйемә" йырҙары, Шәрифулла Таһировтың, Ринат Сөләймәновтың моңло, тыуған ауыл, тыуған ил, әсәй, атай тураһындағы йырҙары, Мөхәмәтов Ислам һәм Ғәзиз башҡарыуындағы "Һунарсы" бейеүе береһен дә битараф ҡалдырманы. Ә яугир егетебеҙҙең әсәһе Әминә Булычеваның йөрәктән сыҡҡан "Улыма" йырын башҡарыуын күҙ йәштәрһеҙ тыңлап булмай ине. Осрашыу бик тулҡынландырғыс булды, илаштыҡ т