12 апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Шишмә районындағы Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркында булды. Бында биләмәне артабан үҫтереү, төбәктә парк филиалдарын булдырыу һорауҙары буйынса күсмә кәңәшмә уҙғарылды. Кәңәшмә алдынан төбәк етәксеһе төҙөлөп ятҡан ашхана корпусын ҡараны. Уны быйыл ҡулланыуға индермәкселәр. Бина 500 кеше һыйҙырышлы һәм лекция залы итеп үҙгәртеп булырлыҡ күп функциялы булырға тейеш, тине Радий Хәбиров. Парк биләмәһендә шулай уҡ физкультура-һауыҡтырыу комплексы һәм Рәсәй Мәғариф министрлығы программаһына ярашлы 100 бала йәшәрлек ике модулле корпус төҙөйәсәктәр. Радий Хәбиров төҙөлөш майҙансығын ҡараны, уҡытыусылар һәм курсанттар менән аралашты. Кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы бөтә төҙөлөш эштәренең сифатлы башҡарылырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. ”Патриот” паркының беренсе филиалы Баймаҡ районы Күлтабан ауылында булдырыласаҡ - унда мәҙәни-белем үҙәге төҙөлә. Уны 2024 йылдың 1 сентябренә файҙаланыуға тапшырырға планлаш
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Шишмә районындағы “Патриот” хәрби-патриотик паркында булды
12 апреля 202312 апр 2023
1 мин