12 апрелдә Өфөләге Совет майҙанында – Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында Башҡортостандан “Ватан” ирекмәндәр отрядын оҙатыу тантанаһы үтте. Был сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. – Хөрмәтле иптәштәр, бөгөн беҙ был майҙанға мөһим хәстәр, тулҡынланыу менән йыйылдыҡ. Беҙ махсус хәрби операция биләмәһенә хәрби бурыстарҙы үтәргә Башҡортостандың “Ватан” ирекмәндәр отрядын оҙатабыҙ. Меңәрләгән егетебеҙ махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәй – мобилизацияланғандар, Шайморатов, Доставалов, Салауат Юлаев исемендәге батальондарҙың ирекмәндәре. Улар намыҫ менән хәрби бурыстарын үтәй һәм беҙ улар менән ғорурланабыҙ. Инде был һүҙҙәрҙе ошонда бер нисә тапҡыр ҡабатлайым – уларға ярҙам кәрәк, туғандар һәм ир-егеттәр ярҙамы. Бөгөн бөтә республика оло хөрмәт һәм ғорурлыҡ менән һеҙгә ҡарай. Үҙегеҙҙең яугирлек бурысығыҙҙы үтәрһегеҙ тип өмөт менән ҡарай. Шулай килеп сыҡты инде: хәҙер Совет майҙаны беҙҙең яугирҙәрҙе оҙатыу урынына әйләнде. Иң мөһиме бөтәгеҙ ҙә хәрби бурысығыҙҙы үтәп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ. Беҙ һеҙҙең туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙҙы хәстәрләйәсәкбеҙ. Ҡатындарығыҙ, балаларығыҙҙы. Беҙ һеҙҙең турала һәр саҡ хәстәрлек күрәсәкбеҙ, даими рәүештә гуманитар конвойҙар ебәрәсәкбеҙ. Быны мин һеҙгә ныҡлы вәғәҙә итәм. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ! Эшләгеҙ, туғандар! – тине Радий Фәрит улы. Артабан хәрби хәрәкәттәр ветераны, “Ватан” отряды командиры “Самурай” сығыш яһаны. – Ошо изге урында тантаналы рәүештә вәғәҙә итәм – “Ватан” отряды махсус хәрби операцияның иң ҡыҙыу нөктәләрендә көрәшәсәк. Һәм беҙ иң яҡшы хәрби һөҙөмтәләр күрһәтәсәкбеҙ һәм юғалтыуҙарһыҙ ҡайтырға тырышасаҡбыҙ. Үҙҙәренең улдарын, ирҙәрен, ир туғандарын оҙатҡан яҡындарына рәхмәт әйтергә теләйем. Һалдаттарымды һеҙгә иҫән-һау ҡайтарыу өсөн мөмкин булғандың бөтәһен дә эшләйәсәкмен. Беҙгә ярҙам иткән Радий Фәрит улына һәм республика халҡына рәхмәт. Әгәр отряд яуҙа ҡатнашыу өсөн бөтә кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин ителһә, беҙ, әлбиттә, иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтәсәкбеҙ. Быға ышана алаһығыҙ. Беҙҙең эшебеҙ изге, еңеү беҙҙеке буласаҡ! – тине ул. Махсус хәрби операцияға юлланған ир-егеттәрҙе туғандары, яҡындары оҙата килгән. Беҙ яугирҙәр һәм уларҙың яҡындары менән дә аралаштыҡ. Мәҫәлән, Баҡалы районынан ирекмән яугирҙе ата-әсәһе оҙатып килгән. Ул “Мариец” исемен алған, уға 34 йәш. – Махсус хәрби операцияға тәүге тапҡыр юлланам. Әле туғандарым, дуҫтарым унда. Мине бер кем дә өгөтләмәне, үҙем шундай ҡарарға килдем. Һөнәрем буйынса инженер-технологмын, эшем дә бар. Ватан алдында бурысты үтәргә кәрәк, шуға китәм, – ти ул. Яуға киткән егеттәр күп һөйләргә яратмай, шуға ла телдәрен асыуы ҡыйын. Бына бала күтәреп торған оло ағай янына туҡталдым. Ул махсус хәрби операцияға икенсе тапҡыр юллана, сығышы менән Нефтекама ҡалаһынан. – Мин инде хаҡлы ялдамын, 57 йәштәмен. Тәүҙә “Барс 7” отрядында хеҙмәт иттем. Тыуған илде һаҡларға кәрәк булғанға ошондай ҡарарға килдем, – тине “Кама” исемен алған ирекмән. Уны ҡатыны, ҡыҙы, ейәнсәре оҙата килгән. Ҡатыны әйтеүенсә, уларҙың ғаиләһе матди яҡтан мохтажлыҡ кисермәй, ире йөрәк ҡушыуы буйынса махсус операцияға юллана. “Ул беҙҙе тыңламай. Улыбыҙ һәм ҡыҙыбыҙ, өс ейәнебеҙ бар. Ул өйҙә лә ҡала алыр ине, аҡсаға мохтажлыҡ кисермәйбеҙ. Беҙҙең бөтәһе лә һәйбәт, ғүмер буйы Себерҙә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡайны”, – ти ҡатыны. “Магаш” исемен алған ирекмән Архангел районынан, беренсе тапҡыр махсус хәрби операцияға юллана. Ул һөнәре буйынса иретеп-йәбештереүсе, водитель. – Мин Мәскәүҙә вахтаға йөрөп эшләй инем. Кемдер Ватанды һаҡларға тейеш бит. Үҙем барырға ҡарар иттем. Унда минең ҡытынымдың ҡустыһы, дуҫтарым һәләк булды, әммә был мине ҡурҡытмай. Уларҙың изге эшен дауам итәм, – тине “Магаш”. Борай районынан махсус хәрби операцияға юлланған ирекмән “Борай” исемен алған. – Мин шәхси эшҡыуар булып эшләй инем. Тәүге тапҡыр барам, йөрәгем ҡушыуы буйынса юлға сығам. Унда булған һәр яугир минең өсөн бер туған кеүек. Советтар Союзы ваҡытында армияла хеҙмәт иткәйнем, – ти “Борай”. Ҡырмыҫҡалы районынан “Левша” исемен алған яугир күтәренке кәйеф менән китеүен белдерҙе. – “Ватан” отрядында таныштар ҙа бар, ауылдан ике кеше китәбеҙ. Отряд командиры “Самурай” беҙҙең мәктәптә уҡыны, шуға ул да беҙҙеке, – тине ул. Белорет ҡалаһынан ирекмән элек полицияла эшләгән. Шул саҡта ике тапҡыр Төньяҡ Кавказдағы хәрби операцияла ҡатнашҡан. – Мин махсус хәрби операцияға өсөнсө тапҡыр юлланам. Былтыр апрелдән июнгә тиклем, икенсе тапҡыр сентябрҙән ғинуарға тиклем хеҙмәт иттем. Хәҙер бына тағы ла ярты йылға китәм, – тине ул. Бәләбәй районынан “Инфинити” исемен алған ирекмән беренсе тапҡыр бара. – Һөнәрем – нефть табыу буйынса оператор. Вахтаға йөрөп эшләй инем. Ике йыл сроклы хеҙмәттә булдым, өс йыл тәртип һаҡлау органдарында эшләнем. Махсус хәрби операцияға ике дуҫым менән китәм. Тыуған илде, ғаиләмде, балаларымды яҡларға китәм, – тип уртаҡлашты ул. Сығышы буйынса Ҡырмыҫҡалы районынан булған, “Ураҙа” исемен алған ирекмән 27 йыл эске эштәр органдары системаһында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Хаҡлы ялда булһа ла, ул да ирекмән булып махсус хәрби операцияға юлланды. – Үҙебеҙҙең егеттәргә барырға мөмкинлек килеп сыҡты. Урынбаҫарҙарым булып эшләгән егеттәр яңыраҡ ҡына йөрөп ҡайтты. Ғүмер буйы илһөйәр булдым һәм шулай булып ҡалам инде. Изге теләктәр менән юлға сығабыҙ, – тине ул. Сығышы менән Бүздәк районынан булған “Скорпион” исемен алған ирекмән тәртип һаҡлау органдарында эшләгән саҡта ике тапҡыр Төньяҡ Кавказда командировкала булған, хәрби наградалары бар. “Күтәренке кәйеф менән юлға сығабыҙ. Еңеп ҡайтып, ошонда Шайморатов һәйкәле янында осрашырбыҙ әле”, – тине ул. “Ватан” отряды менән "Уршак" та юлға сыҡты. Ул махсус хәрби операцияға икенсе тапҡыр бара. – Беҙҙең төп маҡсат – еңеп, иҫән ҡайтырға. Беҙҙең командирыбыҙ “Самурай”ҙың һәр ваҡыт ошондай берҙән-бер яуабы. Йәғни, беренсенән, дошманға мөмкин тиклем күберәк зыян килтереү һәм үҙебеҙгә юғалтыуға юл ҡуймау. Беҙҙең отрядта 70 проценттан күберәк хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан яугирҙәр, ҡайһы бер егеттәр ике-өсәр конфликтта ҡатнашҡан. Хеҙмәт иткән, әммә һуғышта ҡатнашмаған ирекмәндәр ҙә бар. Һәр береһе кәрәкле белгестәр. Хәрби әҙерлек барышында яңы һәләттәр, сифаттар алырға, техникаларҙы өйрәнергә мөмкинлек бар. Шуға ла беҙҙең бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ, тип ышынабыҙ, – тине ул. Шулай итеп, Башҡортостанда ойошторолған “Ватан” махсус бүлексәһе Тыуған илебеҙҙе яҡлау өсөн изге юлға сыҡты. Яңы хәрби отряд хәрби әҙерлек үткәндән һуң яҡташтарыбыҙ янына алғы һыҙыҡҡа юлланасаҡ. Башҡорт яугирҙәренә бергәләп, иңгә-иң терәшеп, Еңеүҙе хаҡына көрәшергә тура киләсәк, ә улар был маҡсаттарының тормошҡа ашасағына һис тә шикләнмәй. Фотолар: glavarb.ru сайтынан, автор фотолары.