“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығының эпидемиологик күҙәтеү һәм биләмәне санитар һаҡлау бүлеге баш белгес-эксперты Гөлфиә Сәләхетдинова геморрагик биҙгәк менән сирләүселәр һаны күберәк булған муниципалитеттар тураһында хәбәр итте. Уның республикаға идара итеү үҙәгенән “Сәләм” тапшырыуында һөйләүенсә, Өфө, Благовещен, Йәрмәкәй һәм Мишкә райондарында йәшәүселәр күберәк “сысҡан” сирен эләктерә. Был һан, республикалағы уртаса күрһәткес менән сағыштырғанда, ике һәм хатта унан күберәк тапҡырға теркәлә. Былтыр өс мең тирәһе кешенең геморрагик биҙгәк менән сирләүе асыҡланған. Уларҙың күбеһе – хеҙмәткә яраҡлылар. Ә 17 йәшкә 7,5 процент тәшкил иткән. Фото: marisolca.ru