Найти тему
Башҡортостан гәзите

Рәмзиә Кәримова ниндәй яңылығы менән уртаҡлаша?

Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы махсус хәбәрсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Рәмзиә Кәримова үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә бик шәп яңылығы менән уртаҡлашҡан. Баҡтиһәң, ул... "Хәйерле сәғәттә! Уңыштар теләгеҙ, дуҫтарым! 30 йылға яҡын телевидениела, "Яңылыҡтар" хеҙмәтендә эшләгәндән һуң үҙемде икенсе юҫыҡта һынап ҡарарға булдым! Документтарымды Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың етенсе саҡырылышына алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыу өсөн тапшырҙым!"- тип яҙған. Әйткәндәй, етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидат итеп үҙен күрһәтеүселәр араһында "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Аюдуллина менән "Кызыл таң" гәзитенең баш мөхәррире Фаил Фәтхетдинов та бар. Коллегаларыбыҙға уңыштар теләйбеҙ һәм уларҙың барыһын да Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы депутаттары исемлегендә күрергә теләйбеҙ! Уңыштар һеҙгә! Фото: Рәмзиә Кәримова.