РФ Һанлаштырыуҙы үҫтереү, бәйләнештәр һәм киң коммуникациялар министрлығында ни өсөн Рәсәйҙә хәрбиҙәрҙе иҫәпкә ҡуйыу реестры кәрәклеген аңлаттылар. Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә бурыслыларҙың берҙәм реестры булдырыласаҡ. Уны төҙөүҙе күҙ уңында тотҡан законды 2023 йылдың 12 апрелендә Дәүләт Думаһы депутаттары өсөнсө - һуңғы уҡыуҙа ҡабул итте. Уның төп маҡсаты – хәрби хеҙмәткә бурыслылар тураһында белешмәне системаға һалыу һәм был мәғлүмәтте онлайн тәртибендә актуалләштереү. Хәрби хеҙмәткә бурыслы булғандарға хәҙер комиссариаттарға ғаилә хәленең, пропискаһының, эш урынының үҙгәреүе, ҡайҙа белем алыуы тураһында мәғлүмәтте биреү мотлаҡ түгел. Росреестр эш биреүселәргә лә, уҡыу ойошмаларына ла эште еңеләйтә. Рәсәй Һанлаштырыуҙы үҫтереү, бәйләнеш һәм киң коммуникациялар министры Максут Шадаев һүҙҙәре буйынса, реестрҙың барлыҡҡа килеүе мобилизацияның яңы тулҡыны менән бәйле түгел. - Былтыр көҙ хәрбиҙәрҙе иҫәпкә ҡуйыу һәм армияға саҡырыуҙа системаның камил булмауын күрҙек. Шуға ла уны яҡшыртыу бурысы тора ине, - тине ул. Фото:klike.net