Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Ағиҙел”ем киң икән, диңгеҙҙәргә тиң икән...

Урал күкрәгендә йөрәк кеүек Башҡортостан — тыуған илкәйем. Шул йөрәктең ҡан тамыры булып, Күкһелләнә Ағиҙелкәйем. (Рәми Ғарипов) "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Башҡортостан Республикаһының "Ағиҙел" әҙәби-нәфис һәм публицистик журналының 100 йыллыҡ юбилейы үтте. Сарала республикабыҙҙың билдәле шәхестәре, халыҡ яҙыусылары һәм шағирҙары ҡатнашты. Журналдың күркәм байрамы менән тәбрикләргә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаев та килде. Ул республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе. “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы менән Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Шиғриәт һәм йыр-моң кисәһен йырсылар Азамат Тимеров, Алһыу Бәхтиева, Светлана Хәкимова, Заһир Иҫәнсурин, "Арғымаҡ" этно-рок төркөмө, Нәжип Юлдашбаев, Заһир Байыҡ, Тимур Ямалов, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары биҙәне. Айрат Нурмөхәмәтов фотола

Урал күкрәгендә йөрәк кеүек Башҡортостан — тыуған илкәйем. Шул йөрәктең ҡан тамыры булып, Күкһелләнә Ағиҙелкәйем. (Рәми Ғарипов) "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Башҡортостан Республикаһының "Ағиҙел" әҙәби-нәфис һәм публицистик журналының 100 йыллыҡ юбилейы үтте. Сарала республикабыҙҙың билдәле шәхестәре, халыҡ яҙыусылары һәм шағирҙары ҡатнашты. Журналдың күркәм байрамы менән тәбрикләргә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаев та килде. Ул республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе. “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы менән Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Шиғриәт һәм йыр-моң кисәһен йырсылар Азамат Тимеров, Алһыу Бәхтиева, Светлана Хәкимова, Заһир Иҫәнсурин, "Арғымаҡ" этно-рок төркөмө, Нәжип Юлдашбаев, Заһир Байыҡ, Тимур Ямалов, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары биҙәне. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.