10 апрелдә “Турникеттарһыҙ бер аҙна” тип исемләнгән Бөтә Рәсәй акцияһы башланды. Уға ярашлы, уҡыусылар, студенттар һәм ата-әсәләр предприятиелар эшмәкәрлеге, етештереү процесы, яңы һөнәрҙәр тураһында мәғлүмәткә эйә була, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирә. Бынан тыш, класс сәғәттәре, “ҡыҙыу бәйләнеш” кеүек саралар ойошторола. Башҡортостанда был акция 2017 йылдан үткәрелә. Ошо ваҡыт эсендә унда 120-нән күберәк уҡыусы, 170 тирәһе ойошма-предприятие ҡатнашҡан. Бөгөн ошондай уҡ сара Өфөләге “Медстальконструкция” заводында ойошторолдо. Экскурсияла баш ҡаланың 102-се мәктәбенең VIII класс уҡыусылары ҡатнашты. Республика Мәшғүллек үҙәгенең Өфө ҡалаһы Дим районы буйынса филиалы директоры Дания Абдуллинаның һүҙҙәренә ҡарағанда, акцияла республикалағы барлыҡ райондар ҙа ҡатнаша. Дим районы уҡыусылары ла урындағы ике предприятие эшмәкәрлеге менән танышасаҡ. - Завод даими үҫешә, яңы корпустар төҙөлә, тимәк, яңы эш урындары барлыҡҡа килә, - ти “Медстальконструкция” заводының етештереү буйынса директоры Алексей Зварыгин. – Беҙ йәш кешеләрҙе, шул иҫәптән тәжрибәләре булмағандарҙы ла эшкә алабыҙ. Уларҙы остаздар хеҙмәткә өйрәтә, артабан имтихан тапшыралар ҙа дөйөм эшкә ҡушылалар. Был предприятиеға килгәндә, ул 2000 йылдан Рәсәйҙәге һәм БДБ-лағы клиникаларҙың 80 процентын тиерлек медицина, лаборатория мебеле, етештереү өсөн металл ишектәр һәм башҡалар етештерә. Уҡыусылар завод эшмәкәрлеге менән танышты һәм үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирҙе. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.