Республиканың ЮХХДИ идаралығы мәғлүмәттәр буйынса, төнгө сәғәт 3-тә Стәрлетамаҡ – Красноусол автомобиль юлының 24-се километрында “Ниссан Альмера” автомобиле водителе йәйәүлене бәрҙергән. 40-45 йәштәр самаһындағы ир алған йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында һәләк булған. Мәғлүм булыуынса, автомобиль рулендә Ғафури районынан 21 йәшлек егет булған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре водителде эскән-эсмәгәнлегенә медицина тикшереүе уҙғарғанда уның иҫерек булыуы асыҡланған. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү башланған. “Иҫерек килеш транспорт сараһы менән идара итеү иң хәүефле хоҡуҡ боҙоуҙарҙың береһе булып тора. Эскән водитель юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға – пассажирҙарға, йәйәүлеләргә, башҡа водителдәргә ҙур хәүеф тыуҙыра. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һеҙ үҙ ғүмерегеҙ өсөн генә түгел, ә башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың ғүмере өсөн дә яуаплы!” – тип иҫкәртә республиканың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов. Фото: @bash_gibdd