Найти тему
Башҡортостан гәзите

Профессиональ оҫталыҡ – заман талабы

Башҡортостанда “Профессионалдар-2023” төбәк проекты старт алды. 100-ҙән ашыу һөнәр буйынса бер меңдән ашыу ҡатнашыусы оҫталыҡта ярышасаҡ. Ә иң яҡшыларҙан да яҡшылары Милли чемпионатта ҡатнашасаҡ. 14 апрелдән 22 апрелгә тиклем барасаҡ ҙур сара “Мәғариф” милли проектының “Профессионалитет” федераль программаһына ярашлы үтә. 49 конкурс майҙансығында 112-шәр компетенция буйынса ярыштар ойошторола. Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Күмертау, Учалы, Благовещен, Белорет, Бөрө, Мәләүез, Туймазы, Бәләбәй, Октябрьский һәм Сибай ҡалаларының һөнәри белем биреү ойошмалары базалары конкурста ҡатнашыусыларҙы ҡабул итәсәк. – Һөнәри оҫталыҡ чемпионаттары кадрҙар үҫтереүҙә мөһим ҡорал булып тора. Үткән йылдарҙа чемпионаттарҙа еңеүселәр республика иҡтисадының төрлө тармаҡтарында, эре предприятиеларҙа, бәләкәй эшҡыуарлыҡта эшләй. Еңеүселәр партнер предприятиеларҙа стажировка үтеү мөмкинлегенә эйә. Был – яҡшы башланғыс, студенттар ҙур тәжрибәгә эйә буласаҡ, ә эш биреүсе йәш кадрҙар менән яҡындан танышасаҡ, – тине республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. Иң күп заявкалар ҡатнашыусыларҙан “Иретеп йәбештереү технологиялары”, “Хеҙмәтте һаҡлау”, “Башланғыс кластарҙа уҡытыу”, “График дизайн” белеме буйынса килгән. Йәштәргә уңыштар теләйбеҙ! Фото: VK.com